Геройҙар дәүере
25 Август 2022, 07:00

Яҡташтарыбыҙҙың кәйефе көр!

 Азамат Юлдашбаев тәьҫораттары менән уртаҡлаша

Яҡташтарыбыҙҙың кәйефе көр!Яҡташтарыбыҙҙың кәйефе көр!
Яҡташтарыбыҙҙың кәйефе көр!

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы хәрби комиссары Ринат Зәбиров менән Ырымбур өлкәһендә хәрби әҙерлек үткән Миңлеғәли Шайморатов исемендәге башҡорт мотоуҡсылар батальоны янына барып ҡайтты. Был хаҡта үҙенең "Бәйләнештә"ге социаль сәхифәһендә Сибай ҡалаһы башлығы Азамат Юлдашбаев хәбәр итә.

"Бында беҙҙең егеттәр уҡыу-тренировка күнекмәһе үтә. Уларға аҙыҡ-түлек, медикаменттар һәм гигиена кәрәк-ярағы алып килдек. Гуманитар ярҙамды ҡаланың эшҡыуарҙары биреп ебәрҙе. Яҡташтарыбыҙҙың кәйефе көр! Уларҙың хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәп, тыуған яҡҡа имен-һау, теүәл әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!" - тип яҙған ул.

Фото: Азамат Юлдашбаевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Яҡташтарыбыҙҙың кәйефе көр!
Яҡташтарыбыҙҙың кәйефе көр!
Яҡташтарыбыҙҙың кәйефе көр!
Яҡташтарыбыҙҙың кәйефе көр!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас