

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Сибайҙағы август кәңәшмәһе тураһында яҙмаһы менән уртаҡлашты.
Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы яңы уҡыу йылынан мәктәптәрҙә “Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү” тигән аҙналыҡ дәрестән тыш саралар циклын булдыра. Башҡортостан был башланғысты хуплай. Мәктәп уҡыусылары менән асыҡтан-асыҡ ошондай етди темаларға һөйләшеү кәрәк тип уйлайбыҙ. Директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе вазифаһын булдырабыҙ, был ике меңгә яҡын кандидат. Республика Башлығы был эшкә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы йәлеп итергә тәҡдим итте.
Республикала белем биреү системаһы яҡшы финансланған тармаҡтарҙың береһе. Быйыл ғына ҡаҙнала уның үҫеше өсөн 94 миллиард һумға яҡын аҡса һалынды. Федераль аҡсаны йәлеп итәбеҙ. 2019 йылдан алып “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашабыҙ. Ошо сәбәпле, һуңғы өс йылда төбәктең 382 мәктәбе матди-техник базаһын нығыта алды.
Һанлы белем биреү мөхитенең маҡсатлы моделен индереү өсөн 369 ойошманы тейешле ҡорамал менән йыһазландырҙыҡ. Сибайҙа өс мәктәп быйыл яңы һанлы техника аласаҡ. Өҫтәмә белем биреү өсөн 60 уҡыу урындары булдырыласаҡ. Быйылдан уҡыу йорттарын модернизациялау буйынса федераль программаға тоташтыҡ. 2026 йылға тиклем республикала 365-тән ашыу мәктәп ремонтланасаҡ. Шулай уҡ Сибайҙа “Шифа” балаларҙың ял һәм һауыҡтырыу үҙәге төҙөләсәк, шулай уҡ 725 урынға 6-сы мәктәптең яңы бинаһы һалынасаҡ.
Фото: Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.