Геройҙар дәүере
26 Август 2022, 12:50

Шайморатовты хәтерләп

Генерал-майорҙың батырлығы яҡташтары күңелендә йәшәй.

Шайморатовты хәтерләпШайморатовты хәтерләп
Шайморатовты хәтерләп

Бөгөн, 26 августа В.И. Альбанов исемендәге полярниктар музейында “Шайморатовсылар” республика музей акцияһы сиктәрендә сара уҙғарылды. Ул легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яҡташ яуҙаштарына арналды.

Музей кинозалында Миңлеғәле Минһажетдин  улының тормош юлы тураһында видеосюжеттар күрһәтелде, лекция ойошторолдо. Әйткәндәй, уның тормошо  йылға флоты менән дә бәйле булыуын билдәләү мөһим. 14 йәштән ул Өфө параходсылығының  “Урал” параходына матрос булып урынлаша  һәм Ағиҙел йылғаһында ике миҙгел эшләй.

27 августа республикала генерал-майорҙың тыуған көнө билдәләнә һәм уның батырлығын йәнә бер хәтергә төшөрөү мөһим. Миңлеғәле Шайморатов - алғы һыҙыҡта барыуҙан тыш, үҙе лә яуҙарҙа ҡатнашҡан Ҡыҙыл армия генералы. Ул Көнсығыштың бер нисә телен белгән, үҙенең ғәскәре менән бик оҫта етәкселек иткән. Уның дивизияһынан 78 кеше Советтар Союзы Геройы була, тағы ла 3500-ҙән ашыу яугир төрлө хәрби наградалар ала. Ошо тиклем наградланыусылар һуғыш аҙағына тиклем Ҡыҙыл Армияның бер генә формированиеһында ла булмай. Ләкин генерал үҙе Герой исемем байтаҡ йылдар үткәс, үлгәндән һуң ғына ала.

Сарала ҡатнашыусылар өсөн был көндө музей буйлап экскурсия ла  ойошторолдо.

Фото: В.И. Альбанов исемендәге полярсылар музейы социаль селтәренән.

Шайморатовты хәтерләп
Шайморатовты хәтерләп
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас