

Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 123 йыл тулыу уңайынан батырҙың тыуған ере Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында тантаналы саралар ойошторолдо.
Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов, “Шайморатов генерал” документаль романының авторы, Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союздары ағзаһы Флүр Ғәлимов һәм башҡа рәсми ҡунаҡтарҙың легендар герой исемен йөрөткән паркта батыр һәйкәленә сәскә һалыуынан башланды митинг.
Район хакимиәте башлығы Әлфир Фәрхәт улы тантанаға йыйылыусыларҙы тәбрикләп, бөгөн рухлы быуын тәрбиәләү төп маҡсат булыуын билдәләне.
- Бөгөн беҙ Миңлеғәле Шайморатовтың 123 йыллығын билдәләйбеҙ. Уның батырлығына һоҡланыуыбыҙ сикһеҙ. Балаларға геройҙарыбыҙ тураһында һөйләп, илһөйәрлек рухын үҫтерәбеҙ. Беҙҙең бурыс – берҙәм тырышлыҡ менән үҙ тарихын белгән, хөрмәт иткән, уның менән ғорурланған илебеҙ патриоттарын тәрбиәләү. Был йәһәттән эш уңышлы бара. 2020 йылда Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелеүе беҙҙең өсөн ғорурлыҡ булды. Бының өсөн республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт, - тине район хакимиәте башлығы.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы яугирҙәребеҙҙең батырлығын иҫкә алғанда, бөгөн Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары сиктәрен һаҡлаған хәрбиҙәребеҙҙең дә ҡаһарманлығы тураһында әйтмәү мөмкин түгел. Митингта Украина биләмәһендә махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған егеттәр ҙә хәтергә алынды.
Уларҙың береһе Максим Багавеев ҡаһарманлығы өсөн һәләк булғандан һуң Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә. Әлеге тантанала был награда егеттең әсәһенә тапшырылды. Ысын батыр тәрбиәләгән әсәйҙең үҙенә лә баш эйерлек.
Митингта сығыш яһаусылар күп булды. Миңлеғәле Шайморатовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында ла күп һөйләнелде. Бала саҡтан “Шайморатов генерал” тип йырлап үҫкән быуындың күңелендә яугир һәр ваҡыт ҡаһарманлыҡ өлгөһө.
- Бындай сараларҙа беренсегә ҡатнашмайбыҙ. 2013 йылдан уҡ Миңлеғәле Шайморатовҡа Герой исеме бирергә тип ҡултамғалар йыйып йөрөнөк. Уға Рәсәй Геройы исеме бирелеүендә беҙҙең дә өлөш ҙур, тип уйлайым. Илһөйәрлек тәрбиәләүгә иғтибар көсәйеүе, мәктәптәрҙә “шайморатовсылар” кластары булдырылыуы хуплауға лайыҡ. Уның исемен йөрөткән кластар уҡыуҙа, спортта алдынғылар икән, “шайморатовсылар”ға артабан уҡырға ингәндә лә өҫтөнлөк булырға тейештер тигән фекерҙәмен, - тине Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов.
Митингта Миңлеғәле Шайморатовтың вариҫтары ла ҡатнашты, улар араһында ололарҙы ғына түгел, балаларҙы ла күреү ҡыуаныслы ине. Нәҫелдәрендә Рәсәй Геройы барлығын бәләкәйҙән белеп, ғорурланып үҫә улар. Геройҙың ҡустыһы Абдулланың ейәнсәрҙәре Резеда, Фидалиә Фәхрисламовалар бындай сараларҙың уҙғарылыуына рәхмәт белдерҙе.
- Илһөйәрлек саралары даими үткәрелеп торһа, йәш быуын да яугирҙәрҙең батырлығын онотмаҫ, - тине апалы-һеңлеле Фәхрисламовалар.
Митингта йәш быуындың күплеге лә илһөйәрлек тәрбиәһен сағылдырҙы. Былтыр райондың өс мәктәбендә патриотик йүнәлештәге кластар ойошторолоуы ла быны маҡсат итеп ҡуйған. Митингта "шайморатовсы"ларға ла һүҙ бирелде.
“ЮНАРМИЯ” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәте ағзалары ла үҙҙәренең рухлы, көслө, алдынғы ҡарашлы булыуҙары менән айырылып тора. Ҡырмыҫҡалы районында уларҙың һаны ишәйә. Әлеге сарала ла белем биреү учреждениеларының иң әүҙем уҡыусылары был сафҡа ҡабул ителде, улар тыуған илгә тоғролоҡҡа тантаналы ант бирҙе.
Күптәрҙең күңеленә һеңгән “Шайморатов генерал” йыры менән тамамланды яугир һәйкәле эргәһендәге саралар. Шайморат ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ильвир Моратшиндың һөйләгәндәренән патриотик сараларҙың легендар командирҙың тыуған көнөндә генә түгел, даими үткәрелеп тороуын белдек.
- Был парк 1964 йылда булдырылған, элек Шайморатовҡа бюст та ошонда ине. Шуға 1 сентябргә арналған саралар ҙа бында уҙғарылды. 1987 йылда яңы мәктәп төҙөлгәс, бюст уның биләмәһенә күсерелде. Ә 2011 йылдан паркта төҙөкләндереү эштәре башланды, уны тәүге сиратта ҡарт ағастарҙан, ҡыуаҡтарҙан таҙарттыҡ. 2015 йылда Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйылды, парк биләмәһе матурланды, уға яңы һулыш инде.
Әйтергә кәрәк, атлы һәйкәлдәр араһында ҙурлығы буйынса ул икенсе урында, Салауат Юлаев һәйкәле генә унан ҙурыраҡ. Тағы ла бер үҙенсәлек: Шайморатов исемен йөрөткән парктың бында урынлашыуы ла осраҡлы түгел. Ауылдың оло кешеләре әйтеүенсә, элек Шайморатовтың йәшәгән йорто ошо биләмәлә урынлашҡан булған.
Хәҙер парк халыҡтың яратҡан урынына әүерелде. Районда ниндәйҙер мәҙәни саралар уҙғарылһа ла, туйҙар үтһә лә - ошонда киләләр. Яҡташтары легендар командирҙы онотмай, һәйкәленән дә сәскә өҙөлмәй, - тине хакимиәте башлығы.
Артабан саралар ауылдың күп фунциялы клубында “Геройҙар беҙҙең хәтерҙә йәшәй!” әҙәби-музыкль композиция менән дауам итте. Килгән ҡунаҡтар шулай уҡ М. Шайморатов исемендәге күргәҙмә залы менән танышты.
Автор фотолары.