

Бөгөн - Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 123 йыл. Ошо уңайҙан батырҙың тыуған ере Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында тантаналы саралар ойошторолдо. Митинг Миңлеғәле Шайморатов исемендәге паркта батыр һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Йәш быуындың да, ололарҙың да килеүе яугиргә хөрмәт, ихтирам билдәһен сағылдырҙы.
Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров тантанаға йыйылыусыларҙы тәбрикләп, бөгөн үҙенең тарихын белгән һәм уның менән ғорурланған йәш быуынды тәрбиәләү төп маҡсат булыуын һәм был йәһәттән уңышлы эш алып барылыуын билдәләне, шулай уҡ Миңлеғәле Шайморатовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса ла ҙур эш алып барылыуын әйтеп үтте.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы яугирҙәребеҙҙең батырлығын иҫкә алғанда, бөгөн Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары сиктәрен һаҡлаған хәрбиҙәребеҙҙең дә ҡаһарманлығы тураһында әйтмәү мөмкин түгел. Митингта Украина биләмәһендә махсус хәрби операция барышында хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған егеттәр ҙә хәтергә алынды. Уларҙың береһе Максим Багавеев хәрби бурысын үтәгәндәге ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә. Әлеге тантанала был награда егеттең әсәһенә тапшырылды.
Тантаналы митингта Миңлеғәле Шайморатовтың вариҫтары ла ҡатнашты. Геройҙың ҡустыһы Абдулланың ейәнсәрҙәре Резеда, Фидалиә Фәхрисламовалар, бындай саралар уҙғарылыуына рәхмәт белдерҙе, балалар белеп, ғорурланып үҫһен өсөн бергәләп килеүҙәрен әйттеләр. Генерал Шайморатовтың нәҫелдәренең ғорурлығы булыуҙарын ғорурланып һөйләнеләр.
Митингта йәш быуындың күплеге илһөйәрлек тәрбиәһен сағылдырҙы. Былтыр райондың өс мәктәбендә патриотик йүнәлештәге кластар ойошторолоуы ла быны маҡсат итеп ҡуйған. Сарала йәш шайморатовсыларға ла һүҙ бирелде.
Артабан сара ауылдың күп фунциялы клубында “Геройҙар беҙҙең хәтерҙә йәшәй!” әҙәби-музыкаль композиция менән дауам итте.
Килгән ҡунаҡтар шулай уҡ М. Шайморатов исемендәге күргәҙмә залы менән таныша алды.
Автор фотолары.