Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
1 Сентябрь 2022, 19:00

"Һеҙ бик яҡшы ул тәрбиәләгәнһегеҙ"

Таһир Кусимов исемендәге гимназия бинаһына Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды.

"Һеҙ бик яҡшы ул тәрбиәләгәнһегеҙ"
"Һеҙ бик яҡшы ул тәрбиәләгәнһегеҙ"

Әбйәлил районының Асҡар мәктәбендә Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың исеме мәңгеләштерелде.

“Ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле Айгөл Милләт ҡыҙы, уҡытыусылар, уҡыусылар, дуҫтар! Бөгөн, 1 сентябрҙә, башҡорт халҡының данлыҡлы улы генерал Таһир Кусимовтың исемен йөрөткән мәктәптә Геройыбыҙ, йәш яҡташыбыҙ Тамерлан Илһамов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асабыҙ. Мин уның командирҙары менән һөйләштем, шундай мөмкинлек булды. Улар Тамерландың ата-әсәһе, туғандары, яҡындары алдында баш эйә. Әйтеүҙәренсә, яҡташыбыҙ иҫ киткес ҡыйыу кеше булған.

Уның батырлыҡ тарихын беләһегеҙ. Оҙайлы ваҡыт бик ауыр алыш алып барған. Ҡурҡмаған, ҡасмаған, хеҙмәттәштәренең ғүмерен ҡотҡарған. Ул ысын егет. Ата-әсәһенә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һеҙ бик яҡшы ул тәрбиәләгәнһегеҙ. Уны онотмаясаҡбыҙ, яҡты иҫтәлеген мәңгеләштерәсәкбеҙ. Тамерланға, Тыуған илебеҙ өсөн һәләк булған һәм көрәшкән бөтә геройҙарға - мәңгелек дан”, - тине Радий Хәбиров.

Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов Геройҙы тыуған ерендә һәр саҡ хөрмәтләп иҫкә аласаҡтарын билдәләне. "Тамерландың ҡаһарманлығы үлемһеҙ. Мәктәп Рәсәй Геройын тәрбиәләүе менән ғорурланырға тейеш. Ысын герой, яугир, Рәсәй һәм Башҡортостан патриотын үҫтергән ата-әсәһенә, шулай уҡ туғандарына ихлас рәхмәт һүҙҙәрен белдерәм", - тине Илдар Нафиҡов.

Тамерландың апаһы Әлиә Фәтхетдинова Башҡортостан Башлығына Рәсәй Геройы ғаиләһенә ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе. "Тамерлан ҙур ҡыйыулыҡ талап иткән һөнәрҙе һайланы. Ул әсәһен, өләсәй-олатайҙарын яратты, бик тыйнаҡ булды. Һеҙгә, гимназистарға, ысын өлгө. Ул мәңге беҙҙең хәтерҙә", - тине Геройҙың апаһы.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Рәсәй Геройы уҡыған класты ҡараны, уның туғандары, уҡытыусылары менән аралашты. Улар Тамерландың бала саҡта ниндәй булғанлығы хаҡында һөйләне.

Прапорщик Тамерлан Илһамов 1994 йылдың 22 июнендә Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуған, Таһир Кусимов исемендәге гимназияла уҡыған.

"Мәктәптә, институтта уҡыған саҡта үҙен намыҫлы уҡыусы, студент итеп күрһәтте. Дисциплиналы, яуаплы ине, холҡо тыныс булды. Уның класы илһөйәрлек рухы менән айырылып торҙо. Төрлө смотрҙарҙа әүҙем ҡатнаштылар. Тамерлан физик яҡтан көслө ине, бөтә секцияларға йөрөнө, бар спорт сараларында ҡатнашты. Бәләкәйҙән волейбол, еңел атлетика менән шөғөлләнде. Район, республика ярыштарында призлы урындар ала торғайны", - тип һөйләне рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Тамерландың класс етәксеһе Илүзә Баҙамшина.

2011 йылда Тамерлан Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтындағы юридик факультетҡа уҡырға инә. Үҙ теләге менән 2012 йылдың декабрендә армияға алына, 2014 йылдың мартында хәрби хеҙмәт үтеү тураһында контрактҡа ҡул ҡуя. Хәрби хеҙмәт менән бер рәттән Серноводск аграр-технология колледжында "ауыл хужалығын механизациялау" һөнәренә лә уҡый, 2019 йылда уңышлы тамамлай. Бер нисә тапҡыр Сүриә биләмәһендә махсус хәрби бурыстарын үтәй. Ҡаһарманлығы өсөн миҙал менән наградлана.

4 июлдә гвардия прапорщигы Тамерлан Илһамов етәкселегендәге зенит ракета-артиллерия батареяһының хәрби расчеты дошманға һауа разведкаһы алып барып, һауа оборонаһы буйынса хәрби дежурға сыға һәм ракетаға ҡаршы һуғыша башлай. Хәрби хеҙмәткәрҙең оҫта эш итеүе, ракета уты шарттарында ҡыйыулыҡ, батырлыҡ күрһәтеүе, шулай уҡ шәхси составҡа аҡыллы етәкселек итеүе хәрби расчетҡа дошмандың туғыҙ ракетаһын тар-мар итергә мөмкинлек бирә. Бөтә хәрби комплектты тотоноп, Тамерлан Илһамов позицияһын үҙгәртергә ҡарар итә, һәм был ваҡытта ике ракета зенит комплексына эләгә. Прапорщик хәрби иптәштәре менән бергә йән бирә, ләкин улар подразделениеның шәхси составының һәләк булыуына юл ҡуймай.

Фото: Олег Яровиков.

"Һеҙ бик яҡшы ул тәрбиәләгәнһегеҙ"
"Һеҙ бик яҡшы ул тәрбиәләгәнһегеҙ"
"Һеҙ бик яҡшы ул тәрбиәләгәнһегеҙ"
"Һеҙ бик яҡшы ул тәрбиәләгәнһегеҙ"
"Һеҙ бик яҡшы ул тәрбиәләгәнһегеҙ"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: