Геройҙар дәүере
1 Сентябрь 2022, 14:30

Туған мәктәбе Геройҙың исемен йөрөтәсәк

Радий Хәбиров - Рәсәй Геройы Максим Серафимовҡа мемориаль таҡтаташ асыу хаҡында.

Туған мәктәбе Геройҙың исемен йөрөтәсәкТуған мәктәбе Геройҙың исемен йөрөтәсәк
Туған мәктәбе Геройҙың исемен йөрөтәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә офицер, Рәсәй Геройы Максим Серафимовҡа мемориаль таҡтаташ асылыуы хаҡында яҙҙы.

"Өфөнөң 40-сы мәктәбендә 2013 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, ғәжәйеп кеше, офицер, Рәсәй Геройы Максим Серафимов хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ астыҡ. Шишмә районындағы "Патриот" хәрби-патриотик паркына ла Максимдың исеме бирелгән. Бынан һуң ул уҡыған мәктәп тә уның исемен йөрөтәсәк.

Максимдың хеҙмәт итеү тарихы, махсус хәрби операция ваҡытында күрһәткән ҡаһарманлығы тәрән хөрмәткә лайыҡ, һәм беҙ быны бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ.

Максим Серафимовтың ата-әсәһе, уҡытыусылары алдында баш эйәм. Уға һәм Ватаныбыҙҙы һаҡлаусы бөтә геройҙарға мәңгелек дан", - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/radiyhabirov

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

Туған мәктәбе Геройҙың исемен йөрөтәсәк
Туған мәктәбе Геройҙың исемен йөрөтәсәк
Туған мәктәбе Геройҙың исемен йөрөтәсәк
Туған мәктәбе Геройҙың исемен йөрөтәсәк
Туған мәктәбе Геройҙың исемен йөрөтәсәк
Автор:Карима Усманова
Читайте нас