

Бөгөн, 3 сентябрҙә, Өфө ҡалаһында Икенсе Донъя һуғышы тамамланыуға бағышланған “Хәтер вахтаһы”, “Хәтер сәскәләре”, “Алыҫ Көнсығыш Еңеүе” акцияһы үтте, уның символы муар таҫма булды.
Был көн Рәсәй Федерацияһының “Рәсәйҙең Хәрби дан һәм хәтер даталары тураһында”ғы законы менән нығытылған.
Фашизмды еңеү, бөтә кешелеккә ҡаршы енәйәткә сик ҡуйыу – бөтә донъя өсөн бөйөк ваҡиға.
Был көндә ҡаланың хәрби-илһөйәрлек клубтары, кадет кластары һәм корпустары курсанттар һәм тәрбиләнеүселәре мемориалдарҙа, обелисктарҙа, һәйкәлдәрҙә “Хәтер вахтаһы” һәм ”Хәтер сәскәһе” акцияларын уҙғарҙы. Шулай уҡ “Еңеү паркы”нда курсанттар осраған һәр кешегә - ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарға “Японияны Еңгән өсөн” муар таҫманы таратты – ул Алыҫ Көнсығыш Еңеүе һәм Икенсе Донъя һуғышына һуңғы нөктә ҡуйыу халыҡ символы булып тора.
“Алыҫ Көнсығыш Еңеүе” акцияһы әле махсус хәрби операция фронттарында фашизмға ҡаршы көрәшкән Рәсәй Геройы, генерал-майор М.М. Шайморатов исемендәге батальондағы һәм Рәсәй Геройы, гвардия майоры А.В. Доставалов исемендәге батальондағы яҡташтарыбыҙҙы хуплауға йүнәлтелгән.
Муар лента “Японияны еңгән өсөн” миҙалдың ҡалыбындағы таҫма төҫөнә оҡшаған.
Иҫтәлекле көндө хәтерҙәренә төшөргән өсөн халыҡ рәхмәт белдерҙе. “Һеҙҙе күргәс, байрамды иҫләнем”, – тине бер ҡатын.
Был бындай акцияларҙы даими үткәреп тороу мөһимлеген күрһәтә. Геройҙар һәм уларҙың батырлыҡтары тураһында хәтер йәшәгәндә, улар ҙа арабыҙҙа ҡала.
Сараны Өфө ҡалаһының Йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү үҙәге ойошторҙо.
Фото:Өфө ҡалаһының Орджонизидзе районының матбуғат хеҙмәте.