Геройҙар дәүере
5 Сентябрь 2022, 17:30

"Улдарығыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!"

Махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булған хәрбиҙәрҙең юғары наградалары уларҙың туғандарына тапшырылды.

"Улдарығыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!""Улдарығыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!"
"Улдарығыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!"

Бөгөн Өфөлә Украина биләмәһендәге махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булған хәрбиҙәрҙең туғандарына Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы булды.

Рәсәй Президенты Указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн өлкән лейтенант Игорь Леонидович Нәсибуллинға үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде.

Быйыл 22 мартта Изюм ҡалаһы эргәһендә яулап алынған плацдармда, 2-се танк батальоны составында, өлкән лейтенант Игорь Нәсибуллин үҙенең ротаһы менән ышаныслы һәм оҫта идара итә. Танктарҙың йүнәлтелгән утын файҙаланып, 200.0-се ҡалҡыулыҡ эргәһендә дошмандың өс ут нөктәһен юҡҡа сығарып, флангыға һөжүм итә, йәйәүле ғәскәрҙең өс танкын һәм алты хәрби машинаһын ҡыйрата. Беренсе булып ҡалҡыулыҡҡа менеп, ротаһының ышаныслы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә дошмандың ике механизацияланған ротаһын ҡасырға мәжбүр итә. Офицер ҡалҡыулыҡты һаҡлауҙы оҫта, ышаныслы итеп ойоштора, был иһә 3-сө мотоуҡсылар дивизияһының бүлексәләренә артабан хәрәкәт итергә юл аса.

Өлкән лейтенант Игорь Нәсибуллин ҡалҡыулыҡты һаҡлағанда дошмандың дүрт һөжүмен кире ҡаға, йәйәүле ғәскәрҙең һигеҙ танкын, ун хәрби машинаһын, 12 танкка ҡаршы идара итеү ракеталар расчетын ҡыйрата. Үҙе лә рота менән идара иткәндә ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Бер нисә тапҡыр үҙенең танкын туптарҙы төбәүгә сығарып, дошмандың өс танкын юҡ итә.

29 мартта, 200.0-се ҡалҡыулыҡты һаҡлап, бер нисә сәғәт дауамында уның ротаһы туҡтауһыҙ яу алып бара. Уның барышында офицер ике танкты юҡ итә. 200 метр самаһы арауыҡҡа хәрәкәт итеп, алғы броняһын ут аҫтына ҡуйып, ул ауыр йәрәхәтләнгән хәрбиҙәрҙе эвакуациялауға ярҙам итә. Игорь Нәсибуллин ҡулланған алым ярҙамында ут аҫтынан яралы яугирҙәрҙе сығаралар. Шул уҡ ваҡытта ул офицерҙың танкына дүрт тапҡыр дошман уты тейә, экипаж контузия ала.

Контузия алған офицер артабан да яуға идара итә, улар милләтселәр ғәскәрҙәренең сираттағы һөжүмен уңышлы ҡаға. Сираттағы һөжүм барышында офицерҙың танкына танкыға ҡаршы идара итеү ракетаһы тейә һәм хәрби техника хәрәкәт итеүҙән туҡтап, тоҡанып китә. Экипаж янған танктан сыҡҡанда миномет уты аҫтына эләгә. Янған танктан тоҫҡаусы операторҙы сығарғанда, Игорь Нәсибуллиндың муйынына пуля тейә һәм ул һәләк була.

Игорь Леонидович 1995 йылдың 14 июлендә Курск өлкәһе Дмитриев ҡалаһында хәрби ғаиләһендә тыуған. 2001 йылда Биробиджан ҡалаһында беренсе класҡа уҡырға барған. 2002 йылда, атаһы запасҡа сыҡҡандан һуң, ғаилә тыуған төйәгенә – Башҡортостандың Яңауыл районы Иҫке Вәрәш ауылына йәшәргә ҡайта.

Офицерҙың ата-әсәһенә Рәсәй Геройы йондоҙон Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.

– Һәләк булған яугир яҡташтарыбыҙҙың, беҙҙең егеттәребеҙҙең хөрмәтле ата-әсәләре, туғандары һәм яҡындары! Хөрмәтле иптәштәр! Быйыл һәр кем әхлаҡи һайлау алдында тороп ҡалды – Рәсәй, үҙ халҡың өсөн һин нимә эшләргә әҙерһең? Беҙҙең яугирҙәр биргән антына, Ватанына аҙаҡҡаса тоғро ҡалды. Намыҫ, бурыс, Тыуған илгә, ғаиләңә, яҡындарыңа һөйөү идеалдарына тоғро. Уларҙың ҡаһарманлығы мәңге йәшәр. Уларҙың тормошта һайлаған юлы барыбыҙ өсөн дә рух көсө, юғары әхлаҡ, батырлыҡ өлгөһө булыр.

Мин яугирҙәрҙең ата-әсәләре, туғандары һәм яҡындары алдында баш эйәм. Бөтә Башҡортостан, Рәсәй ғорурланған ошондай улдар, ысын геройҙар тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт.

Был дәүләт наградалары – ҙур илебеҙҙән, һуғыштан йәберләнгән Донбасс халҡынан рәхмәт һәм хөрмәт билдәһе. Рәсәй ошондай улдары булғанға йәшәй һәм йәшәйәсәк. Уларҙың хәтеренә тоғро ҡаласаҡбыҙ. Улар васыят иткәнсә, Ватаныбыҙға һуңғаса тоғро ҡаласаҡбыҙ. Тыуған ил өсөн баш һалған яугирҙәргә мәңгелек дан, – тине Константин Толкачев.

Игор Нәсибуллиндың әсәһе Роза Хәбибйән ҡыҙы улының башҡа тиҫтерҙәре кеүек ябай кеше булыуын, әммә үҙенең һәләте менән киләсәктә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшәсәген бөтәһе лә белеүе тураһында һөйләне.  

– Ул Ватаныбыҙҙың иң юғары наградаһына лайыҡ булды. Илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың, районыбыҙҙың етәкселегенә ғаиләбеҙгә күрһәткән ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәм. Бөтә әсәйҙәр ҙә улдарын иҫән һәм һау көтөп алһын, – тине Геройҙың әсәһе.

Игорь Нәсибуллиндың атаһы - хәрби кеше, запастағы майор. Ағаһы ла хәрби хеҙмәт юлын һайлаған.  

Шулай уҡ был тантанала Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн өлкән лейтенант Вадим Гавриков, өлкән сержант Марат Мостафин, ефрейтор Данил Фәттәхов, старшина Тимур Хәйруллин үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде. Наградалар геройҙарҙың туғандарына һәм яҡындарына тапшырылды.

Танк батальонының танк ротаһы командиры, өлкән лейтенант Вадим Гавриков 1997 йылдың 31 ғинуарында Белоретта тыуған. Ҡаланың 20-се мәктәбенең кадет класында белем алған. Грек-рим, самбо менән шөғөлләнгән. Бала саҡтан гел алғы рәттә булған, ҡыйыулығы, маҡсатлылығы менән айырылып торған. Мәктәптән һуң Ҡоро ер ғәскәрҙәренең Хәрби уҡыу-ғилми үҙәгенә уҡырға ингән.

Вадим Украиналағы махсус хәрби операцияла тәүге көндәрҙән үк ҡатнаша. Өс тапҡыр контузия ала, әммә госпиталдә ятмай. Командир булараҡ, һалдаттарын хәстәрләй, иптәштәренә һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер була. “Хәрби хеҙмәттәр өсөн” миҙалы менән наградлана.

Өлкән лейтенант Вадим Гавриков етәкселегендәге танк ротаһы бер ауылды милләтселәрҙән азат иткәндә оборона һыҙығын йырып, дошмандың дүрт танкын һәм 20 боевикты юҡ итә. Артабан рота дошмандың ике ут нөктәһен, “Джавелин” танкыға ҡаршы ракета комплекстарының бер нисә расчетын ҡыйрата. Рәсәй хәрбиҙәре ҡамауында ҡалған украин милләтселәре, әсирлеккә эләгергә теләмәй, ҡамауҙы йырып сығыу өсөн бар көсөн һала. Әммә был тырышлыҡтары ғәмәлгә ашмай – пехотаның өс хәрби машинаһы һәм 20 милләтсе юҡ ителә.   

Вадим Гавриков үлгәндән һуң Башҡортостан Башлығы Указы менән Шайморатов генерал ордены менән дә наградлана.   

Өлкән сержант Марат Марсель улы Мостафин 1984 йылдың 15 авгусында Дүртөйлө ҡалаһында тыуған. Мәктәптә үк тырыш булған, физкультураны айырыуса яратҡан. Тыныс, тирә-яҡтағыларға иғтибарлы, ғәҙел һәм ярҙамсыл булған. Армияла хәрби хеҙмәт бурысын үтәгән, ә инде 2010 йылда контракт төҙөгән. 2010 –  2015 йылдарҙа 6795-се хәрби часта хеҙмәт иткән. Абхазияла тыныслыҡ урынлаштырыуҙа, Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан. Украинала махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булған.  

Ефрейтор Данил Самат улы Фәттәхов 1985 йылдың 9 мартында Өфөлә тыуған. 70-се урта мәктәпте тамамлаған. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалына ситтән тороп уҡырға ингән, шул уҡ ваҡытта полицияла эшләгән. 2022 йылда хәрби хеҙмәткә контракт төҙөгән һәм Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһендәге махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булған. Уны хеҙмәттәштәре, егәрле, изге күңелле булыуы менән айырылып торҙо, тип иҫкә ала.  

Старшина Тимур Абрар улы Хәйруллин 1995 йылдың 2 мартында Учалы районы Миндәк ҡасабаһында тыуған. Ошо ауылда урта мәктәптә белем алған. 2014 йылда Белорет металлургия колледжын тамамлаған. Сроклы хеҙмәттән һуң, 2016 йылда, контракт төҙөгән. Рәсәй Хәрби диңгеҙ флоты яр ғәскәренең мотоуҡсылар батальоны ротаһында уҡсы булған. Украиналағы махсус хәрби операция ваҡытында ғүмере өҙөлгән.   

Наградалар тапшырылғандан һуң һәләк булған яугир-геройҙар иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Башинформ”.

"Улдарығыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!"
"Улдарығыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!"
"Улдарығыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!"
"Улдарығыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!"
"Улдарығыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!"
"Улдарығыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!"
"Улдарығыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!"
"Улдарығыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас