

Алты тулып, сәғәт шылтырағас та, Луиза Флүр ҡыҙы Ҡыуандыҡова урынынан тороп һыйыр һауырға сыҡты. Көтөүгә ҡыуғас, өс быҙауына йылы ғына һөт эсереп алды. Өй ҙурайталар, шуға үҫтереп, һуйып һатырға тип, ике быҙау алғайнылар.
Луиза ҡаңғылдашып торған ҡаҙҙарына, тауыҡтарына ем бирҙе, өйгә инеп сәй ҡайнатырға ҡуйҙы. Ҡыҙҙары йоҡлай әле. Тормош иптәше Илдус тракторы янында булыша, бесән өҫтө бит, ауылда эш күп, шәхси хужалыҡтарында “МТЗ-80” тракторы булғас, ауылдаштарына ла ярҙам итеп өлгөрә.
Луиза сәғәткә күҙ һалды, ете тулып үткән, һигеҙ тулыуға, амбулаторияла булырға кәрәк. Иптәше менән һөйләшә-һөйләшә сәй эскәс, һәр кем үҙ эшенә юл тотто. Йәш ғаиләнең һәр иртәһе ошолай башлана.
Луиза Флүр ҡыҙы 2001 – 2004 йылдарҙа Салауат ҡалаһында медицина училищеһының фельдшер бүлеген тамамлағас, ике йыл Нефтекама ҡалаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. 2006 йылда Хәйбулла районының Мәмбәт ауылы егете Илдус Ҡыуандыҡовҡа тормошҡа сыға, һәм йәштәр Ишембай районының Ишәй ауылында төпләнә, бер-бер артлы ҡыҙҙары Венера, Самира һәм Әҙилә донъяға килә.
Ауыл амбулаторияһында эш булмау сәбәпле, тәүҙә Луизаға һатыусы булып урынлашырға тура килә. Медицина өлкәһендә өҙөклөк арҡаһында, 2020 йылда белемен яңыртып, ҡабаттан уҡып сыға һәм “Ауыл фельдшеры” федераль программаһы буйынса Ишәй ауылы амбулаторияһында эш башлай.
Терапевт Анастасия Юлдашева, Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаһына эшкә күсерелеү сәбәпле, Луиза Флүр ҡыҙы башҡараһы бурыс тағы ла арта.
Ишәй амбулаторияһы ҡарамағында мең кешегә ярҙам күрһәтеү ҡаралған, башҡа ауырыуҙарҙы ла ҡабул итәләр. Ауыл советындағы Октябрь, Яңы Ауыл, Восток, Карасевка, Үрнәк ауылы кешеләре, барыһы ла Ишәй ФАП-ына мөрәжәғәт итә. Кәрәк булғанда, Өфөгә юлламалар әҙерләп тә бирә Луиза.
“Төшкә тиклем, 10-15 кешене ҡабул итәм. Төштән һуң бер йәше тулмаған сабыйҙар булған өйҙәргә йөрөп сығам”, – ти ул.
Йәш фельдшерҙы районда ла, ауыл кешеләре лә яратып, хөрмәт итеп тора. Ишәй амбулаторияһында, оҙаҡ йылдар физкабинет медсестраһы булған Зинфира Хәсән ҡыҙы менән бер-береһен аңлап, татыу эшләйҙәр. Тәжрибәле белгес булараҡ та ул Луизаға кәңәштәрен биреп, һәр ваҡыт ярҙам итә.
Коллектив ауыл халҡына йылы ҡарашта, иғтибарлы булыуы менән һоҡландыра. Яңыраҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Луиза Флүр ҡыҙына Ишембай районы хакимиәтенең Почет грамотаһы тапшырылыуын да ауылдаштары һөйөнөп ҡабул итте.
Луиза Флүр ҡыҙының тынғыһыҙ эш көндәре бер-бер артлы шулай үтеп тора. Арып эштән ҡайтһа ла, өйҙәге ҡыҙҙарына, иренә күңел йылыһын бүлеп, өйөн нурлы, ҡотло итергә лә өлгөрә йәш ҡатын.
Рүзәлиә НИҒМӘТУЛЛИНА
Ишембай районы.