

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында “Башҡортостандың хеҙмәт династиялары” конкурсына йомғаҡ яһалды.
Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы билдәләү анһат булмауы, фекер алышыуҙың ҡыҙыу барыуы билдәле ине, сөнки еңеүгә лайыҡтар ифрат күп. Һөҙөмтәлә конкурс комиссияһы финалда ҡатнашыусы 29 династия араһынан өс еңеүсене һәм алты призерҙы билдәләне.
Әммә жюри “сер”ҙәрен асырға йыйынмай, бары Республика көнө айҡанлы Башҡортостан Башлығы ҡатнашлығында үтәсәк тантанала еңеүселәр билдәле буласаҡ. Наградлау церемонияһы ла шул көндә башҡарыласаҡ. Сабыр итәбеҙ, көтәбеҙ инде...
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.