

Бөгөн 12 кешенән торған яңы медицина бригадаһы Луганск Халыҡ Республикаһына медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн юлға сыҡты. Бригада Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы һәм Республика балалар клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренән тора. Уның составында оториноларинголог, эндокринолог, офтальмолог, травматолог-ортопед, хирург, акушер-гинеколог, функциональ һәм УЗИ-диагност, шулай уҡ урта медицина белеменә эйә аҡ халатлылар бар.
Медицина хеҙмәткәрҙәре килеп етеү менән, белгестәргә ниндәй ихтыяж булыуына ҡарап, медицина ойошмалары буйлап таратыласаҡ. Юлға сығасаҡ белгестәр менән хәүефһеҙлек техникаһы, эпидемик һәм шәхси хәүефһеҙлек буйынса инструктаж үткәрелгән.
Аҡ халатлылырға хәйерле юл теләйбеҙ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.