

8 сентябрҙә Рәсәйҙә Хәрби дан көнө – М.И. Кутузов командалағында Рус армияһының француз ғәскәренә ҡаршы Бородин алышы көнө билдәләнә. Быйыл Бородино алышы көнөнө 210 йыл.
Бөгөнгө Украинала һәм Европала, шулай уҡ 1812 йылда Ватан һуғышында булған хәлдәрҙә тарихи тап килеүсәнлек бар. Ул саҡта ла, әле лә беҙҙең ил бөтә Европаға ҡаршы көрәшә. Бөгөн дә, 1812 йылдағы кеүек, бөтә ил дошманға яуап биреү өсөн тупланды.
Рәсәй армияһы һәр ваҡыт күп милләтле булды. Бородино алышында Башҡортостандан Өфө йәйәүлеләр ғәскәре, 1-се башҡорт һәм 1-се Типтәр полкттары ҡатнашҡан.
Ошо ваҡиғаларға ҡағылышлы фекере менән уртаҡлашыуын һорап, Башҡорт дәүләт университетының Тарих һәм дәүләт идаралығы институтының Башҡортостан Республикаһы тарихы, археология һәм этнология кафедраһы доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаевҡа мөрәжәғәт иттек.
– 1798 йылда Ырымбур хәрби губернаторы О.А. Игельстромдың тәҡдиме менән төбәктә контон идаралығы системаһы индерелә. Башҡорттар, мишәрҙәр, Ставрополь ҡалмыҡтары, Урал һәм Ырымбур казактары хәрби-казак сословиеһына күсерелә. Башҡорт полкында 500 – ябай, 10 – урядник, биш хоронжуй, биш йөҙөнсө, биш есаул, полк командиры һәм уның ярҙамсылары иҫәпләнә. Полктта бөтәһе 530 кеше була.
Ватан һуғышы башланғанда башҡорттарҙың француздарға ҡаршы һуғышыу тәжрибәһе була. 1807 йылда башҡорт полкы Ырымбур казактары менән генерал Бенигсен армияһы составында Наполеон армияһына ҡаршы һуғыша.
Ватан һуғышы башына көнбайыш сиктә 1-се һәм 2-се Башҡорт полкттары, шулай уҡ 1-се Типтәр, 1-се, 2-се Урал казактары полкттары һәм 2-се Ырымбур казактары полктары торған була.
Рус армияһы һуғышты имен булмаған шарттарҙа башлай. Наполеондың ғәскәре көслө булып сыға.
1-се Башҡорт полкы Платовтың корпусында була. Корпусҡа Багратион 2-се Көнбайыш хәрәкәтен ҡаплау бурысы ҡуйыла. 15 июндә Платов казактары Гродно ҡалаһы эргәһендә алыша. Айырыуса рядовой Буранбай Сыуашбаев, Үзбәк Аҡмырҙин, есаул Ихсан Әбүбәкиров, хоронжуй Ғилман Хоҙайбирҙин һәм башҡалар батырлыҡтар күрһәтә. Мир тигән урынында Дон казактары менән бергә башҡорт егеттәре лә ҡыйыу һуғыша. Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн рядовой Үзбәк Аҡмырҙин урядник итеп күсерелә.
1812 йылда 28 – башҡорт (шул иҫәптән алты ремонтлаусы), ике – мишәр, ике типтәр полкттары төҙөлә. Һәр полктың үҙ байрағы була. Бынан тыш, Ырымбур өлкәһендә Ырымбур драгун, 3-сө, 4-се һәм 5-се Ырымбур казак полкттары төҙөлә. Урал казактары тарафынан биш полк ойошторола.
Ҡала халҡы Өфө йәйәүле ғәскәр полкын ойоштора.
Майор Курбатов етәкселегендәге 2-се Башҡорт полкы 3-сө Көнбайыш армияһы авангардында 16 июлдә Кобрин эргәһендәге яуҙа ҡатнаша. Уның барышында дошмандың ике мең һалдаты һәләк була, 2382 яугире, 76 офицеры һәм ике генералы әсирлеккә алына. Бәләбәй өйәҙенән – Әйүп Ҡәйепов, Стәрлетамаҡ өйәҙенән Аралбай Аҡсулпанов ҡаһарманлыҡтары һәм батырлыҡтары өсөн Изге Анна ордены менән наградлана.
Наполеон генерал алышына ашҡына. Ошо маҡсатта ул Смоленскиҙы урап үтергә ҡарар итә. Әммә француз ғәскәре Неверовскиҙың отрядына осрай. 2 августа Красныйҙа ҡаты алыш була. Смоленск эргәһендә башҡорт атлылары Дон казактары менән бергә ҡаһармандарса һуғыша. Бигерәк тә 1-се Башҡорт полкы айырылып тора. Ҡаһарманлыҡ өсөн Ихсан Әбүбәкиров полк есаулына тәҡдим ителә. Темировтың типтәр полкы һәм Власовтың казак полкы мөһим хәрби операция үткәрә.
26 августа Бородино һуғышы барышында, француздар Раевскиҙың батареяһын ҡулға алғас, генерал Ермолов, Өфө йәйәүлеләр ғәскәренең 3-сө батареяһын һәм Ырымбур драгун полкын алып, батареяны азат итә.
Кутузовтың бойороғо буйынса Платовтың туғыҙ казак полкы дошмандың тылына юллана. Платон казактары Дельзонды һәм Орнаноны ҡыйрата. Уваров атлы ғәскәре менән артҡа сигенергә мәжбүр була. Борондино яуы ваҡытында 1-се Башҡорт полкы Платондың казак корпусы составында һуғыша.
Бородино алышы тарихтағы иң ҡан ҡойошло алыштарыҙң береһе була. Ике яҡ та, Рус һәм Француз армиялары, ҙур юғалтыуҙар кисерә.
Бородино һуғышында Рус ғәскәрҙәренең Наполеонға ҡаршы тороуы тарихта Рәсәй халҡының илебеҙҙең иреклеге һәм үҙаллылығы өсөн батырҙарса көрәшендәге яҡты сағылыш булып тора.
Фото: ultinfo.ru.