

Салауат ҡалаһы хакимиәте урындағы Көньяҡ биҫтәһендәге урамға хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған Виталий Анатольевич Хрычевтың исемен биреү тураһында ҡарар ҡабул иткән.
2013 йылдың 27 майында “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте биләмәһендә янғын һүндергән ваҡытта кислород баллоны шартлай. Һөҙөмтәлә тимер ҡорамалдарҙы һыуытыу менән булышҡан 22-се пожар часы командиры Виталий Хрычевтың башына баллон ярсығы тейә, ул ауыр йәрәхәтләнә. Кәүҙәһе менән башҡа ҡотҡарыусыларҙы ҡаплап, шартлауҙағы төп көстө үҙенә ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк була.
Рәсәй Президенты Указы менән Виталий Хрычев үлгәндән һуң “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана.
Хәҙер Салауат ҡалаһының урамдарының береһе “Янғын менән көрәшеүсе Хрычев урамы” (Огнеборца Хрычева) тип атала.
Фото: @mchsrb.