Геройҙар дәүере
9 Сентябрь 2022, 11:30

Миңлеғәле Шайморатов кубогын кем яулар?

Шайморатовсылар көс һынашасаҡ.

Миңлеғәле Шайморатов кубогын кем яулар?Миңлеғәле Шайморатов кубогын кем яулар?
Миңлеғәле Шайморатов кубогын кем яулар?

13 сентябрҙә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исемендәге кубокка «Йәйге Шайморатов уйындары» сараһын ойоштора.

Уйындар илһөйәрлектең ныҡлы нигеҙҙәрен, сәләмәт йәшәү рәүешен, Ватанды һаҡлау бурысына тоғролоҡ тойғоһон, Башҡортостандың дәүләт телдәренә хөрмәт тәрбиәләү маҡсатында үткәрелә.

Уйындарҙа Башҡортостандың дөйөм белем биреү ойошмаларының «Шайморатов кластары» уҡыусылары командалары ҡатнашасаҡ.

Уйындар ике этапта үткәрелә:

1-се этапта ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн командаларҙан ғаризалар ҡабул ителә, шулай уҡ «Шайморатов класы» видеотапшырыуын баһалау;

2-се этапта йәштәрҙең «Авангард» хәрби-патриотик белем биреү уҡыу-методик үҙәге базаһында һайлап алынған иң яҡшы командалар өсөн ҡаршылыҡтар һыҙатында хәрби-спорт уйындары үткәреләсәк, унан һуң уҡыусыларҙың Бөйөк Ватан һуғышы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, М. М. Шайморатов тормошо тураһында белемдәрен тикшерәсәктәр.

«Йәйге Шайморатов уйындары» һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе командаға Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кубок тапшырыласаҡ, еңеүселәр Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары менән бүләкләнәсәк. Шулай уҡ 11 октябрҙә Өфөнөң Совет майҙанында шайморатовсыларға тантаналы бағышлауға иң яҡшы 20 команда саҡырыласаҡ.

Әйткәндәй, 2022/2023 уҡыу йылында муниципаль райондарҙа, Башҡортостандың ҡала-райондарында, дәүләт бюджет белем биреү учреждениеларында Рәсәй Геройы генерал-майор М. М. Шайморатов исемендәге 79 класс асылды.

Шайморатов кластарында ил тарихын хөрмәт итеүгә, илһөйәрлеккә, Ватан менән ғорурланыу тойғоһона, республиканың 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре ҡаһарманлығына, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр булдырылыуына, сәләмәт йәшәү рәүешенә, әүҙем гражданлыҡ позицияһын нығытыуҙа йүнәлтелгән эҙмә-эҙлекле эш алып барыла.

Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас