

Салауат ҡалаһының бер нисә мең кешеһе “Ағиҙел” мәҙәни-ял итеү үҙәге алдында үткән “Башҡортостан – Рәсәй” патриотик концертында ҡатнашты. Концерт Рәсәй гимнын башҡарыуҙан башланды.
“Рәсәй өсөн” лозунгыһы аҫтында берләшеп, ҡала халҡы илебеҙгә яҡлау, беҙҙең азатлыҡ, Тыуған илебеҙ именлеге хаҡына Украинала нацизм менән көрәшкән ҡаһарман ғәскәрҙәребеҙгә теләктәшлек белдереү өсөн Рәсәй һәм Башҡортостан байраҡтары, флагтар һәм плакаттар тотоп, концертҡа килде. Ҡаланың ижади коллективтары, студенттарҙың агитотрядтары һәм тамашасылар «Донбасс за нами», «Песни военных лет», «Россия», «Ах, ты Русь моя», «Шайморатов Генерал» кеүек илһөйәрлек рухындағы йырҙарҙы башҡарҙы.
Бындай саралар үҙ бурысын намыҫ менән үтәгән, ватандаштарын ҡурсалаған һалдаттарыбыҙға теләктәшлек күрһәтеү маҡсатында уҙғарыла.
- Ҡәҙерле дуҫтар, республикабыҙҙың исемле ике отряды махсус хәрби операция зонаһына юлланды. Улар – Шайморатовсылар һәм Доставаловсылар. Улар араһында был эштән ситтә ҡала алмаған Салауат йәштәре лә бар. Беҙ ҡәтғи рәүештә әйтәбеҙ: “ҮҘЕБЕҘҘЕКЕЛӘРҘЕ ТАШЛАМАЙБЫҘ!” - тине сығышында Салауат ҡалаһы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Семён Евграфов.
Сәхнәнән йырҙар яңғыраған мәлдә беҙҙең батальондарҙың символикаһы төшөрөлгән флагтар сараға тантаналыҡ өҫтәне. Һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуына ҡарамаҫтан, сәхнә янына Салауат халҡы дәррәү йыйылды.
- Бөгөн беҙ бында әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарыбыҙға теләктәшлек белдерергә йыйылдыҡ. Маҡсатыбыҙ бер – тыныслыҡ.
Беҙ һеҙҙең менән бында, ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарында, мәжбүри күскенселәргә ярҙам итергә әҙер булыуыбыҙҙы күрһәттек, - тине «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов.
- Балаларыбыҙ һау-сәләмәт ҡайтыр тип ышанабыҙ. Беҙ уларҙы еңеү менән көтәбеҙ. Беҙҙең армия һәр саҡ көслө булды һәм уның көсө – халыҡ ярҙамында. Барыһы ла килеп сығыр тип ышанабыҙ. Беҙ еңәсәкбеҙ! Дөрөҫлөк өсөн! Рәсәй өсөн! - тип билдәләне “Башҡортостан Республикаһы Диңгеҙ йыйылышы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Юлай Моратов.
Концерт программаһы илһөйәрлек тойғоһо менән һуғарылған ине. Майҙансыҡта дуҫлыҡ, берҙәмлек хөкөм һөрҙө.
Беҙ бергә! Беҙ Рәсәй өсөн!
Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.