

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Яңауыл районынын Иҫке Варяш ауылында Рәсәй геройы Игорь Нәсибуллиндың ғаиләһендә булды.
Өлкән лейтенант Игорь Нәсибуллин махсус хәрби операцияла һәләк булған. Ул хәрби ғаиләһендә тыуған, Иҫке Варяш мәктәбендә уҡыған. 2017 йылда Ҡазан юғары танк команда училищеһын тамамлағас, Белгород өлкәһендә 3-сө мотоуҡсылар дивизияһының 237-се танк полкында хеҙмәт иткән, махсус хәрби операцияның заданиеларын үтәгән.
Игорь Нәсибуллин етәкселек иткән танк ротаһы Балаклея, Гусаровка, Изюмды азат итеүҙә ҡатнашҡан. Алыштарҙың береһендә офицер үҙенең танкы менән ауыр яраланған яугирҙәрҙе алып сығыуҙы ҡаплаған, үҙ броняһын дошман уты аҫтына ҡуйған. Бөтәһен дә ҡотҡара алғандар, ләкин Нәсибуллиндың танкы дүрт тапҡыр ут аҫтына эләккән, экипаж контузия алған.
Дошмандың сираттағы атакаһы барышында был танкка ракета эләгә. Танктан сыҡҡанда экипаж миномет уты аҫтында ҡала. Янған машинанан тоҫҡаусы операторҙы алып сыҡҡада офицер үлемесле яра ала.
Геройлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путин өлкән лейтенант Игорь Нәсибуллинға Рәсәй Геройы исеме бирҙе.
Башҡортостан Башлығы Указы менән Игорь Нәсибуллин үлгәндән һуң Шайморатов ордены менән наградланды. Төбәк етәксеһе хәрбиҙең ғаиләһе менән аралашты һәм Леонид Ғилмийәр улы менән Роза Хәбибйән ҡыҙына юғары награданы тапшырҙы.
“Игорҙең алышы тураһында уҡыным. Ул герой кеше, батыр егет. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ һәм һәр ваҡыт хәтерҙә тотасаҡбыҙ. Һәм, әлбиттә, һеҙҙең турала һәм Ватанды һаҡлаусыларҙың бөтәһенең дә ғаиләләре тураһында хәстәрлек күрәсәкбеҙ”, – тине Радий Хәбиров.
Иҫке Варяш ауылында Башҡортостан етәксеһе Игорь Нәсибуллин уҡыған урта мәктәптә лә булды. 1 сентябрҙә унда мемориаль таҡтаташ астылар һәм Радий Хәбиров офицерҙың ата-әсәһе менән бергә уға гөлләмәләр һалды.
“Беҙ Рәсәй Геройы Игорь Нәсибуллин кеүек яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Һеҙҙең яҡшы уҡыуығыҙҙы һәм илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып үҫеүегеҙҙе теләйем”, – тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров мәктәп уҡыусыларына.
Ауыл хакимиәте башлығы Эльза Минлекузина урындағы совет депутаттарының Иҫке Варяш ауылындағы Парк урамын Игорь Нәсибуллин исемендәге урам тип үҙгәртергә ҡарар итеүҙәре тураһында һөйләне.
Фото: glavarb.ru.