

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың сәхифәһенән:
"Көн һайын илебеҙ, бер ғәйепһеҙ кешеләрҙең имен тормошо хаҡына тәүлек әйләнәһенә көрәшкән яңынан-яңы геройҙар барлыҡҡа килә. Бында ял көндәре юҡ. Ватаныбыҙ өсөн намыҫлы көрәшкән һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яу яланынан әйләнеп ҡайта алмағандарҙы хәтерләү һәм хөрмәтләү - беҙҙең бурыс. Улар - ысын илһөйәрҙәр; улар Тыуған иле өсөн ғүмерен фиҙа ҡылырға ла йәлләмәне, " - тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Фото һәм видео: Андрей Назаровтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.