

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттар башлыҡтарына, хәрби хеҙмәттә булғандарға – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтергә кәрәк, тине.
– Махсус хәрби операция бурыстарын үтәгәндә Башҡортостан СОБРы үҙен батырҙарса күрһәтте. Егеттәр бик ҡыйыу һуғышты, – тине Радий Хәбиров. – Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальондарҙағы яугирҙәребеҙ ҙә алғы һыҙатта тора. Муниципалитет башлыҡтарына Ватаныбыҙҙы һаҡлау буйынса үҙ бурысын үтәгән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә ҙур иғтибар бүлергә кәрәк. Уларҙың туғандарына, яҡындарына ярҙам итеү - һәммәбеҙ өсөн дә өҫтөнлөклө бурыс.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.