

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Шишмә районындағы “Патриот” паркында “Геройҙар уҙышы” үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы команда ла ярышты. Аҙаҡ ул был турала социаль селтәрҙә пост яҙҙы.
“Башҡортостанда “Геройҙар уҙышы” трассаһын булдырырға электән хыялландым. Һәм хәҙер ул беҙҙә бар. Белгестәр әйтеүенсә, Рәсәйҙә иң яҡшыһы. Бөгөн уны беҙҙең идара итеү командаһы менән бергә үттек. Әлбиттә, дистанция ҡатмарлы. Тик шуның менән үҙеңде еңеү тойғоһо сағыуыраҡ кисерелә. Бөтәгеҙгә лә кәңәш итәм!
P.S. Бөгөнгө беҙҙең уҙыш үҙенсәлекле. Ул яҡташыбыҙ, десантсы, Рәсәй Геройы Максим Серафимов иҫтәлегенә стела асыуға арналды. Беҙ уҙышты уның атаһы Владимир Викторович менән бергә үттек. Ҡулға ҡул тотоношоп, иңгә иң терәшеп. Беҙ икебеҙ ҙә - атайҙар, беҙ бергә”, – тип яҙҙы ул.
Фото Р. Хәбировтың сәхифәһенән.