Башҡортостан
+12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
16 Сентябрь , 21:30

Был сифаттар тормошта ла мөһим

Андрей Назаров: "Һәр кем яҡындарының ярҙамын тойҙо һәм башҡаларға иңен ҡуйырға әҙер торҙо".

Был сифаттар тормошта ла мөһим
Был сифаттар тормошта ла мөһим

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың сәхифәһенән:

Сәм, көс, ынтылыш – бөгөнгө “Геройҙар уҙышы”нда тап ошондай мөхит хөкөм һөрҙө. Ҡаршылыҡтарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың етәкселегендә коллегалар менән бергә үттек. Ысын команда эше булды был. Һәр кем яҡындарының ярҙамын тойҙо һәм башҡаларға иңен ҡуйырға әҙер торҙо.

Бындай ярыштар үтә мөһим: улар ихтыяр көсөн нығыта, берләштерә, ярҙамлашыу кәрәклегенә өйрәтә. Был сифаттар спортта ғына түгел, көндәлек тормошта ла мөһим, улар эштә маҡсаттарға өлгәшеүҙең һөҙөмтәлелегенә йоғонто яһай.

Геройҙар уҙышы” трассаһын Шишмә районының “Патриот” комплексында төҙөнөк. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ул Рәсәйҙә иң замансаһы. 24 сентябрҙә бында федераль ярыш үтә. Унда, миҙгелде ябыу сараһында, илдең 20 төбәгенән мең самаһы кеше ҡатнашыр тип көтәбеҙ”.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас в