

Украинала барған махсус хәрби операцияға республикабыҙҙың илһөйәрҙәре лә битараф ҡалманы. Унда ҡатнашырға теләгәндәр тәүге көндәрҙән үк Башҡортостандың хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итә башланы. Улар араһында Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәгән 54 йәшлек Илһам Ғәҙелшин да була.
– 24 февралдә Украинала махсус хәрби операция башланғас, хәрби комиссариатҡа шылтыраттым. “Саҡырыу башланһа, хәбәр итербеҙ”, – тинеләр. 18 мартта шылтыраттылар, һуңынан комиссия үттек. Башҡортостандың хәрби комиссариатынан яуап алғас, “мине иҫәптән сығармағандар икән” тип юлға йыйына башланым. 4 апрелдә өйҙән ҡуҙғалдым. Өфөлә хәрби комиссариатта тулыһынса яңы кейем бирҙеләр. Беҙҙе юлға оҙатҡан саҡта республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевичтың: “Ирекмәндәр булып барырға ҡарар итеүегеҙ – оло батырлыҡ. Әле һеҙҙең ярҙам бик кәрәк”, – тип әйтеүе үк алдыбыҙҙа етди бурыстар тороуы хаҡында аңғарта ине, – тине Илһам Фәрит улы.
Шулай итеп, 40 кешенән торған ирекмәндәр отряды юлға сыға. Улар Ростов өлкәһендә әҙерлек үтә. Унда ирекмәндәргә яңынан хәрби кейем, бронялы бишмәт, каска, ҡорал кеүек кәрәкле әйберҙәр, техника менән тәьмин итеп, Украинаға оҙаталар.
– 1200 километр юл үтеп, Николаев ҡалаһы эргәһендә туҡтаныҡ. Тәүге бәрелеш 12 апрелдә булды, ул ике ай дауамында туҡтауһыҙ дауам итте. Шуны аңлатып китергә кәрәктер – был һуғыш түгел, ә махсус хәрби операция, сөнки беҙҙең хәрбиҙәр Украинаның хәрби объекттарын ғына утҡа тота, ә халыҡ йәшәгән ауыл һәм ҡалаларға атмай. Украина армияһы иһә береһен дә аямай: мәктәп, дауахана булһынмы – бөтәһенә лә ут яуҙыралар.
Халыҡ беҙгә яҡшы мөнәсәбәттә булды. “Һеҙҙе күптән көтәбеҙ”, – тип ҡаршылайҙар. Ҡайһы берәүҙәре – “һигеҙ йыл”, икенселәре “30 йыл көтәбеҙ” ти. Мәҫәлән, урындағы бер фермер беҙгә көн дә һыу алып килде, – ти Илһам Ғәҙелшин.
Илебеҙгә ярҙам итергә теләгән ирекмәндәр республиканың бөтә ҡала-райондарынан тиерлек йыйылған: Учалы, Әлшәй, Ауырғазы, Белорет, Благовар, Шишмә, Борай, Ҡырмыҫҡалы, Күмертау, Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм башҡалар.
– Ирекмән булып барған егеттәр менән осраштырғанға Хоҙайға рәхмәт. Ғөмүмән, бөтәбеҙҙе лә ватансылыҡ рухы берләштерҙе. Юғалып та ҡалманыҡ, ҡалтырап та төшмәнек, – тип һөйләне яугир-ирекмән.
Сержант Илһам Ғәҙелшин – тәжрибәле яугир. Ул 1968 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыман ауылында тыуған. Шундағы мәктәптә VIII класты тамамлағас, Ляхов ауылындағы 23-сө һөнәрселек училищеһында белем ала. 1986 йылдың октябрендә хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Үзбәкстанда әҙерлек үткәндән һуң, уларҙы 1987 йылдың 4 майында Афғанстан Республикаһына оҙаталар. Шулай итеп, Илһам Фәрит улы Герат провинцияһында артиллерия ғәскәрҙәре сафында тәүҙә – тоҫҡаусы, һуңынан орудие командиры була. Рабати-Мирза артылышында юл һаҡлайҙар. Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығара башлағас, 1989 йылдың 23 ғинуарында ул хеҙмәт иткән часть Тыуған иленә юллана.
Йәнтөйәгенә ҡайтҡас, Баймаҡ районындағы Йылайыр совхоз техникумында зоотехник һөнәренә уҡый. 1992 – 2006 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районының “Салауат” колхозында эшләй. Эш хаҡы түләмәй башлағастар, 38 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Пермь өлкәһендәге Звездный хәрби ҡаласығындағы артиллерия бригадаһында хеҙмәт итеү өсөн контракт төҙөй. Өс йыллыҡ хеҙмәтен тултырғас, 2009 йылда Пермь ҡалаһындағы кондитер фабрикаһына эшкә урынлаша. 2017 йылда Илһам Ғәҙелшин ғаиләһе менән тыуған төйәгенә күсеп ҡайта һәм Өфөлә һаҡ хеҙмәтенә эшкә урынлаша.
Тормош иптәше Рәмзиә Наил ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, ике ейәндәре бар.
– Украиналағы махсус хәрби операция тураһында төрлө фекерҙәр ишетергә тура килә. Унда барып, күреп ҡайтҡас, был сараның бик ваҡытлы башланғанына инандым, сөнки улар Рәсәйгә һөжүм итергә йыйынған булған. Барлыҡ техниканы туплап, ныҡлы әҙерләнгәндәр, Ҡырымға ла һөжүм башларға уйлағандар.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡаныма һис тә үкенмәйем, сөнки унда беҙҙең кеүек тәжрибәле ирекмәндәрҙең барыуы күп йәш егеттәребеҙҙең ғүмерен һаҡлап алып ҡалды. Беҙ бит инде аҡыл ултырған, уйлап эшләгән тәжрибәле ир-егеттәр. Әле Башҡортостанда йөрөһәм дә, күңелем, уйым – Украинала. Ундағы хәлдәрҙе көн-төн күҙәтеп барам. Әле ҡыҙыу нөктәлә хеҙмәт иткән егеттәрҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйем, – тине Илһам Фәрит улы.
Әйткәндәй, 29 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан бер төркөм яҡташыбыҙға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Улар араһында сержант Илһам Ғәҙелшин дә бар ине – ул Башҡортостан Республикаһының Почет Грамотаһына лайыҡ булды.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин Украина һигеҙ йыл дауамында геноцидҡа дусар иткән халыҡты яҡлау өсөн Донбасс биләмәһендә махсус хәрби операция башларға ҡарар итте. Был ҡарар Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының башлыҡтарының ярҙам һораған мөрәжәғәтенән һуң ҡабул ителде.
Хәрби операцияның маҡсаты – Украинаны ҡоралһыҙландырыу һәм денацификациялау (фашизм, нацизм ҡалдыҡтарын бөтөрөүгә йүнәлтелгән сара). Шулай уҡ урындағы халыҡҡа һәм Рәсәй Федерацияһы граждандарына ҡарата ҡан ҡойошло енәйәттәр ҡылған кешеләр суд хөкөмөнә тапшырыласаҡ.
Ил Президенты Рәсәйҙең Украинаны баҫып алырға йыйынмауы, әммә күрше дәүләттәрҙән даими рәүештә хәүеф янаған шарттарҙа үҫешеү мөмкин түгеллеге хаҡында ла аныҡ белдерҙе. “Хәҙерге Украина яғынан даими хәүеф янағанда, Рәсәй үҙен хәүефһеҙ итеп тоя ла, үҫешә лә алмай”, – тине Владимир Путин.
- Рәмилә МУСИНА