Башҡортостан
+10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
16 Сентябрь , 22:45

"Миналар шартлаған ергә ниңә барырға булдың?..”

- Бында йыш ҡына ут асалар, снарядтар шартлай. Урамда уйнап йөрөгән балалар йәрәхәтләнә. Мина ярсыҡтары тейгән ҡыҙ баланы яҡшы хәтерләйем. Яурын, янбаш һөйәктәре зыян күргәйне. Тәүге ярҙамды күрһәткәс...

"Миналар шартлаған ергә ниңә барырға булдың?..”
"Миналар шартлаған ергә ниңә барырға булдың?..”

Рәсәй журналисы, Йәмәғәт палатаһының киң мәғлүмәт саралары комиссияһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Александр Малькевич һәм билдәле журналист Константин Придыбайло сираттағы “Азат итеү стримы”на Башҡортостандың табип-хирургы, республика табиплыҡ-физкультура диспансерының баш табибы Руслан Рәлиф улы Гәрәевте саҡырҙы.

Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының азат ителгән биләмәләрендә кешеләр нисек йәшәй, ике тапҡыр берәр ай командировкала булыу осоронда ниндәй эш башҡарылған, ниндәй тәжрибә тупланған тигән һәм башҡа күп һорауҙарға яуап бирҙе яҡташыбыҙ.

– Миңә армияла хеҙмәт итергә тура килмәһә лә, быйыл Луганск Халыҡ Республикаһында бурысымды үтәнем. 3 мартта медицина хеҙмәткәрҙәренән бригада төҙөп, бер төркөм Калининда, икенсеһе Луганскиҙа эшләне. Тәүҙә ауыр булды, сөнки мина шартлау һөҙөмтәһендәге йәрәхәттәр  менән тыныс тормошта һирәк осрашырға тура килә. Яралар бик ауыр. Икенсе тапҡыр командировкаға июль айында юлландыҡ. Был юлы хирургтар ғына түгел, терапевт, кардиолог, эндокринолог кеүек белгестәр ҙә барҙы. Беҙ барған дауаханала ни бары ике табип эшләй ине, береһе – инфекционист, икенсеһе – оло йәштәге акушер-гинеколог. Тәҙрәһеҙ, һыуһыҙ, электр уты булмаған шарттарҙа, генераторҙы эшкә ҡушып, операциялар яһаныҡ. Йыш ҡына Украина хәрбиҙәре ут аса, снарядтар шартлай. Урамда уйнап йөрөгән балалар йәрәхәтләнә. Ауыр яралар алған кескәй пациенттар ҙа ҡулдан үтте. Мина ярсыҡтары тейгән ҡыҙ баланы яҡшы хәтерләйем. Яурын, янбаш һөйәктәре зыян күргәйне. Тәүге ярҙамды күрһәткәндән һуң уны Мәскәүгә оҙатыу мөмкинлеге тыуҙы. Хәле яҡшырыуға барғанын беләм. Ҡаты яраланған 16 йәшлек үҫмер ҙә күҙ алдында...

“Руслан, армияла хеҙмәт итмәнем, тиһең. Ни өсөн миналар шартлаған ергә ярҙамға барырға булдың?”– тигән һорауға табип былай тип яуап ҡайтарҙы: “Дуҫтар – бәлә килгәндә, балалар ата-әсәһенә ҡартлыҡ килгәндә һынала, тиҙәр. Минең ҡарарымды ғаиләмдең хуплауы этәргес булды. Ҡатыным да табип, хатта ул да минең менән барырға әҙер ине. Тик ҡаршы төштөм, сөнки өйҙә өс балабыҙ бар, уларҙы кем ҡарар, тинем. Беҙ, табиптар, үҙ бурысыбыҙҙы намыҫ менән үтәргә тырыштыҡ”.

“Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының медицина тармағы ниндәй хәлдә?” тигән һорау ауырыраҡ төҫлө тойолдо. Руслан Гәрәевтең әйтеүенсә, был республикалар табиптары – ысын геройҙар. “2014 йылдан алып ауыр шарттарҙа постарын ташлап китмәй, ауырыуҙарҙы, яралыларҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйҙәр. Улар менән иңгә иң терәп эшләү минең өсөн ҙур тәжрибә мәктәбе булды”, – тип уларҙың ҡаһарманлығын юғары баһаланы яҡташыбыҙ.

Фото: Республика табиплыҡ-физкультура диспансеры сайты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в