Башҡортостан
+12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
16 Сентябрь , 22:00

Радий Хәбиров - "Геройҙар уҙышы"нда

Унда Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың атаһы Владимир Серафимов та ҡатнашты.

Радий Хәбиров - "Геройҙар уҙышы"нда
Радий Хәбиров - "Геройҙар уҙышы"нда

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шишмә районында “Геройҙар уҙышы”нда ҡатнашты. Спорт сараһы “Патриот” паркы биләмәһендә үтте, хәбәр итеүебеҙсә, бында күптән түгел генә Рәсәй Геройы Максим Серафимов хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асҡайнылар.

Төбәк етәксеһе ҡаршылыҡтар һыҙаттары менән трассаны үтте. Уның менән бергә командала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, уның беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың атаһы Владимир Серафимов ҡатнашты. “Геройҙар уҙышы”н шулай уҡ министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, ҡала-район хакимиәттәре башлыҡтары үтте.

Инструктаж һәм спорт күнекмәһе үткәс, сарала ҡатнашыусылар биш километр оҙонлоҡтағы трассаны үтте. Унда профессиональ инженерҙар һәм тәжрибәле инструкторҙар һыу ҡаршылыҡтары, кәртәләр, сәнскеле сымдар, ер аҫты тоннелдәре, траншеялар һәм башҡа ҡаршылыҡтар урынлаштырғандар. “Геройҙар уҙышы”нда ҡатнашыусылар йолаһы буйынса, командалар бер-береһенә ҡаршылыҡтарҙы үтергә ярҙам итте.

– Был Рәсәйҙәге “Геройҙар уҙышы”ның иң яҡшы трассаһы, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Радий Хәбиров. – Бөгөнгө уҙыш үҙенсәлекле булды, ул беҙҙең яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Максим Серафимов иҫтәлегенә стела асыуға арналды. Минең менән бергә командала уның атаһы Владимир Витальевич йүгерҙе. Ул трассаны бик лайыҡлы үтте, яҡшы формала икәнлеге күренеп тора. Дөйөм алғанда, уҙышта ҡатнашыусылар сираттағы тапҡыр “Геройҙар уҙышы”ның дуҫлыҡ, ышаныс һәм бер-береңә ярҙам икәнлеген дәлилләне.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в