Башҡортостан
+12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
17 Сентябрь , 15:00

Афарин, Азамат!

Бәләкәй баланы уттан алып сыҡҡан полиция лейтенантының институттан һуң эш башлауына ике аҙна ғына...  

Афарин, Азамат!
Афарин, Азамат!

12 сентябрҙә Сибай ҡалаһы буйынса полицияның участка уполномоченныйы, полиция лейтенанты Азамат Ҡоланбаев, дежур бүлеккә янғын сығыуы тураһында хәбәр килгәс, ваҡиға урынына ашыға.

Уттың бишенсе ҡатта икәнлеген күреп, шунда күтәрелә. Асыҡ ишегенән төнөн сыҡҡан фатирға барып инә. Уның балконы янған була. Ә йортта - һигеҙ йәшлек малай... Ул телефон аша әсәһенә ут сығыуы тураһында хәбәр иткән була. Ҡатын иһә эшенән ашығыс хеҙмәткә шылтыратҡан.

Лейтенант Ҡоланбаев малайҙы һәм уның күршеләрен тиҙ арала ут эсенән алып сыға. Янғын һүндереүселәр килгәнсә, ярҙамға килгән кешеләр менән берлектә утты "ауыҙлыҡларға" тырыша. Әммә балкондағы янғынды үҙҙәре генә еңеп сыға алмаҫын аңлағас, ут башҡа бүлмәләргә үтмәһен өсөн фатирҙың тәҙрәләрен ябып, нығытып ҡуя. Янғын һүндереүселәр утты тиҙ арала һүндерә. Бәләнең сәбәбе асыҡлана - бала ут менән "шаярған".

Азамат Ҡоланбаевтың тәүәккәллеге, юғалып ҡалмауы арҡаһында янғындан бер кем дә зыян күрмәй. Әйткәндәй, батыр егет участка уполномоченныйы булып Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлап, ни бары ике аҙна эшләгән.

Афарин, Азамат!

Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас в