Башҡортостан
+12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
17 Сентябрь , 13:00

Байғужа халҡы батырҙарын онотмай

Бөгөн Ишембай районының ошо ауылында ҙур тантана уҙҙы.

Байғужа халҡы батырҙарын онотмай
Байғужа халҡы батырҙарын онотмай

Бөгөн Ишембай районының Байғужа ауылында Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы тыл хеҙмәтсәндәре һәм Афғанстан, Төньяҡ Кавказ яҡтарындағы яуҙарҙа ҡатнашҡандар иҫтәлегенә һәйкәл таштары асылды.

Ауылдың Еңеү паркында быға тиклем Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә һәйкәл бар ине, әле был урын тулыландырылды.

Билдәле булыуынса, был төбәк Советтар Союзы Геройҙары менән дә хаҡлы ғорурлана. Байғужа һәм күрше Кинйәбулат ауылдары һуғыш ҡаһармандары Ғәли Бирҙин менән Тимербулат Халиҡовты үҫтергән.

һәйкәл асыу тантанаһынан һуң ауыл мәҙәниәт йортонда Байғужа мәктәбенең 150 йыллығына арналған саралар дауам итте.

Автор фотолары.

Байғужа халҡы батырҙарын онотмай
Байғужа халҡы батырҙарын онотмай
Байғужа халҡы батырҙарын онотмай
Байғужа халҡы батырҙарын онотмай
Байғужа халҡы батырҙарын онотмай
Байғужа халҡы батырҙарын онотмай
Байғужа халҡы батырҙарын онотмай
Байғужа халҡы батырҙарын онотмай
Байғужа халҡы батырҙарын онотмай
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас в