Башҡортостан
+12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
17 Сентябрь , 21:00

"Доғаларығыҙ, балаларҙың хаттары беҙгә бик кәрәк"

Башҡортостандың танк экипажы яуҙа аяуһыҙ көрәшә.

"Доғаларығыҙ, балаларҙың хаттары беҙгә бик кәрәк"
"Доғаларығыҙ, балаларҙың хаттары беҙгә бик кәрәк"

Рәсәй Оборона министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Т-72Б3М танкы командиры кесе сержант Ильяз Юнысов һәм уның экипажы махсус хәрби операция барышында дошмандың 11 танкын, дүрт пикабын, бер БТР-ын һәм алтмыштан ашыу милләтсене, шул иҫәптән Киев режимына ярҙам итергә килгән сит ил граждандарын юҡ иткән.

Башҡортостан Республикаһының был танк экипажы Киев режимы аҫтында йәшәргә теләмәгән Донбасс халҡына ярҙам итеү буйынса бурыстарын үтәүҙе артабан да дауам итә.

“Беҙгә бар яҡлап булышлыҡ күрһәтеп торған, гуманитар ярҙам ебәргән барлыҡ Рәсәй халҡына ҙур рәхмәт. Доғаларығыҙ, сәләмдәрегеҙ, балаларҙың хаттары ла - еңеүгә өлөш. Быларҙың барыһы ла беҙҙең өсөн бик мөһим, ҡәҙерле”, - тип рәхмәт һүҙҙәрен еткерә Ильяз Юнысов.

Фото: Рәсәй Оборона министрлығы.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас в