

Бөгөн Иглин районының Майский ауылында Украина биләмәһендәге махсус хәрби операция барышында һәләк булған Денис Фәтхетдинов менән хушлашыу сараһы үтте. Матәм митингыһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
"Хөрмәтле Альбина Рифҡәт ҡыҙы, Виктория Айҙар ҡыҙы, Денис Фәтхетдиновтың туғандары, яҡындары, иптәштәре! Бөгөн ауыр хәл уңайынан Иглин еренә йыйылдыҡ. Батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатабыҙ. Шайморатов исемендәге батальондың тәүге юғалтыуы был, беҙҙең өсөн бик ауыр хәл. Батальонға инергә ҡарар итеп, һуғыш хәрәкәтендә ҡатнашҡаны, батырлығы өсөн рәхмәт әйтергә йыйылдыҡ. Хөрмәтле Альбина Рифҡәт ҡыҙы, һеҙ мәрхүм ирегеҙ менән лайыҡлы ул тәрбиәләгәнһегеҙ. Виктория Айҙар ҡыҙы, һеҙҙең бәләкәй ике балағыҙ – улар беҙҙең балалар. Барлыҡ республикабыҙ менән уларҙы күтәрәсәкбеҙ, тәрбиәләйәсәкбеҙ - вәғәҙә бирәм. Тыныс йоҡла, Денис. Һиңә мәңгелек дан", - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы яугир-геройҙың ҡатынына Денис Фәтхетдиновтың батырлығы өсөн бирелгән Шайморатов орденын тапшырҙы.
Денис Динар улы Фәтхетдинов 1994 йылдың 25 авгусында Иглин районының Көҙәй ҡасабаһында тыуған. Туғыҙынсы класҡа тиклем урындағы урта мәктәптә белем алған, унан Өфө автотранспорт колледжына автомеханик һөнәре буйынса уҡырға ингән. Дуҫтары, мәктәптәге уҡытыусылары Денисты асыҡ күңелле, эшһөйәр, тырыш булды тип хәтерләй. Ул спорт менән шөғөлләнгән, бокс буйынса 1-се өлкән разряды бар, үҙенә яуаплы булған, хәрби бурысына ла бик етди ҡараған. Өйләнгән, ҡатыны Виктория менән ике ул үҫтергән.
Текст һәм фото сығанағы: "Башинформ".