Башҡортостан
+10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
20 Сентябрь , 13:04

Дуҫтар бәлә килгәндә һынала

Табип антына тоғро ҡалып.

Рәсәй журналисы, Йәмәғәт палатаһының киң мәғлүмәт саралары комиссияһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Александр Малькевич һәм билдәле журналист Константин Придыбайло сираттағы “Азат итеү стримы”на Башҡортостандың табип-хирургы, республика табиплыҡ-физкультура диспансерының баш табибы Руслан Рәлиф улы Гәрәевте саҡырҙы. Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының азат ителгән биләмәләрендә кешеләр нисек йәшәй, ике тапҡыр берәр ай командировкала булыу осоронда ниндәй эш башҡарылған, ниндәй тәжрибә тупланған тигән һәм башҡа күп һорауҙарға яҡташыбыҙ яуап бирҙе.

– Миңә армияла хеҙмәт итергә тура килмәһә лә, быйыл Луганск Халыҡ Республикаһында изге бурысымды үтәнем. 3 мартта медицина хеҙмәткәрҙәренән бригада төҙөп юлға сыҡтыҡ, бер төркөм – Калининда, икенсе төркөм Луганскиҙа эшләне. Тәүҙә ауыр булды, сөнки мина шартлау һөҙөмтәһендәге йәрәхәттәр менән тыныс тормошта һирәк осрашырға тура килә. Яралар бик ауыр. Икенсе тапҡыр командировкаға июлдә юлландыҡ. Был юлы хирургтар ғына түгел, терапевт, кардиолог, эндокринолог кеүек белгестәр ҙә килде. Беҙ барған дауаханала ни бары ике генә табип эшләй ине, береһе – инфекционист, икенсеһе – оло йәштәге акушер-гинеколог. Тәҙрәһеҙ, һыуһыҙ, электр уты булмаған шарттарҙа, генераторҙы эшкә ҡушып, операциялар яһаныҡ. Йыш ҡына Украина хәрбиҙәре ут аса, снарядтар шартлай. Ҡурҡыныс. Урамда уйнап йөрөгән балалар йәрәхәтләнә. Ауыр яралар алған кескәй пациенттар ҙа ҡулдан үтте. Мина ярсыҡтары тейгән ҡыҙ баланы яҡшы хәтерләйем. Яурын, янбаш һөйәктәре зыян күргәйне. Тәүге  медицина ярҙамын күрһәт­кәндән һуң уны Мәскәүгә оҙатыу мөмкинлеге тыуҙы. Хәле яҡшырыуға барғанын беләм.

“Руслан, һин армияла хеҙмәт итмәнем, тиһең. Ни өсөн миналар шартлаған ергә ярҙам итергә барырға булдың?” – тигән һорауға табип былай тип яуап ҡайтарҙы: “Дуҫтар – бәлә килгәндә, балалар ата-әсәһенә ҡартлыҡ килгәндә һынала, тиҙәр. Ҡарарымды ғаиләм­дең хуплауы ҙур этәргес булды. Ҡатыным да табип, хатта ул да минең менән барырға әҙер ине. Тик мин ҡаршы төштөм, сөнки өйҙә өс балабыҙ бар, уларҙы кем ҡарар, тип уйланым. Беҙ, табиптар, үҙ бурысыбыҙҙы намыҫ менән үтәргә тырыштыҡ”.

“Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының медицина тармағы ниндәй хәлдә?” тигән һорау ауырыраҡ төҫлө тойолдо. Руслан Гәрәев әйтеүенсә, был республикалар табиптары – ысын геройҙар. “2014 йылдан алып ауыр шарттарҙа постарын ташлап китмәй, ауырыу­ҙарҙы, яралыларҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйҙәр. Улар менән иңгә-иң терәп эшләү минең өсөн ҙур тәжрибә мәктәбе булды”, – тип хеҙмәттәш­тәренең ҡаһарманлығын юғары баһаланы яҡташыбыҙ.


Д. ҒӘБДРӘХИМОВА

Читайте нас в