Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
22 Сентябрь , 20:30

Ике миллион һум күләмендәге түләү хупланды

Украинала һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә компенсация түләнәсәк.

Ике миллион һум күләмендәге түләү хупланды
Ике миллион һум күләмендәге түләү хупланды

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында депутаттар бер юлы өс уҡыуҙа Башҡортостандан Украина биләмәһендә махсус хәрби операция барышында һәләк булған ирекмәндәрҙең ғаиләләренә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһындағы закон проектын ҡабул итте.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова проект менән таныштырҙы. Депутаттар бер тапҡыр бирелә торған ике миллион һум күләмендәге түләүҙе хупланы.

– Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Украина биләмәләрендә уҙғарылған махсус хәрби операцияла 24 февралдән ҡатнашҡан һәм һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә, федераль түләүҙәргә өҫтәп, республика бюджетынан ике миллион һум күләмендә аҡсалата компенсация ҡаралған. Бөгөн ҡабул ителгән закон проекты махсус хәрби операцияла ирекмәндәр отряды составында ҡатнашып, хәрби бурыс үтәгәндә һәләк булған яугиребеҙҙең ғаиләләренә ярҙам сараһы булып тора, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.    

Фото: Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайты.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в