Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
22 Сентябрь , 22:30

"Йөрәк йылыһы" акцияһы иғлан ителде

Яугирҙәребеҙгә ярҙам итәйек!

"Йөрәк йылыһы" акцияһы иғлан ителде
"Йөрәк йылыһы" акцияһы иғлан ителде

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды етәксеһе, Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов "Йөрәк йылыһы" тип аталған акция иғлан итеүҙәре хаҡында белдерҙе.

"Хәйерле көн, хөрмәтле апайҙар, еңгәйҙәр һәм республикабыҙҙың ағинәйҙәре! Мин етәкселек иткән Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә "Йөрәк йылыһы" тип аталған ҙур акция үткәрергә ҡарар итте.

Ниәтебеҙ шул: Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләп, башҡа йылы кейем-һалым, әҙ булһа ла өй күстәнәсе ебәрһәгеҙ, улар йөрәк йылыһын тойор ине. Оҙаҡламай һыуыҡ көндәр башлана. Улдарыбыҙҙы һалҡындан аралап, хәлебеҙҙән килгәнсе ярҙам ҡулы һуҙһаҡ ине. Йылы әйберҙәргә ҡушып, "улыма", "батыр егеткә", "именлек теләйем" кеүек һүҙҙәр менән хаттар, шиғырҙар яҙып ебәрһәгеҙ, һалдаттарыбыҙ уҡып ҡыуаныр, көс-ғәйрәттәре артыр ине тигән ышаныстабыҙ.

Яуҙағы егеттәребеҙ беҙҙең иғтибарға, йөрәк йылыһына бик тә мохтаж. Акциянан бер ауыл да, бер район-ҡала ла ситтә тороп ҡалмаҫ тип ышанабыҙ", – тип изге эштә ҡатнашырға саҡырҙы Тимерйән Рәжәпов.

Әйберҙәрҙе килтереп тапшырыу урыны - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бинаһы, адресы: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 43.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в