Башҡортостан
+12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
23 Сентябрь , 23:30

Донбасс өйөнә әйләнеп ҡайта!

"Беҙҙең эштең уң булыуына һәм еңеп сығырыбыҙға ныҡлы ышанам".

Донбасс өйөнә әйләнеп ҡайта!
Донбасс өйөнә әйләнеп ҡайта!

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн, 23 сентябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Шайморатов вариҫтары үҙенекеләрҙе ташламай!” тип аталған митинг-концертында сығыш яһаны. Сара Донбасстың, Запорожьеның һәм Херсондың Рәсәйгә ҡушылыуы тураһындағы референдумды хуплап, Өфөнөң “Торатау” конгресс-холы алдындағы Салауат Юлаев майҙанында үтте.

Билдәле булыуынса, 23-27 сентябрҙә Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында, шулай уҡ Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә Рәсәй составына инеү мәсьәләһе буйынса тауыш биреү үтә.

Митингта 20 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

– Был көндәрҙә Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында, Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә референдумдар бара. Ошо биләмәләрҙә йәшәүселәр мөһим тарихи ҡарар ҡабул итә – Рәсәй менән бергә булыу. Һәм беҙ бында уларға теләктәшлек белдереү өсөн йыйылдыҡ. Беҙ уларҙың бөйөк Рәсәй халыҡтарының ҙур ғаиләһенә ҡушылыуын көтәбеҙ. Хөрмәтле дуҫтар! Беҙҙең эштең уң булыуына һәм еңеп сығырыбыҙға ныҡлы ышанам, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Өфөлә митингта ҡатнашыусыларға видеосәләмләү менән Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин мөрәжәғәт итте. Ул Башҡортостанда йәшәүселәрҙең барыһына ла ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Донбасс өйөнә әйләнеп ҡайта! Уның халҡы һәр ваҡыт Тыуған илебеҙ тип иҫәпләгән бөйөк Рәсәйҙең бер өлөшө булыу хоҡуғына лайыҡ! – тине Денис Пушилин. – Референдум – тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү, уның башланыуын миллионлаған рәсәйҙәр көтә. Данлыҡлы генерал Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы беҙҙең ерҙә фашистарҙы ҡыйратҡан. Олатайҙарыбыҙ ауыр һуғыштарҙа илбаҫарҙарҙы еңгән һәм Донбассты Гитлер баҫҡынсыларынан азат иткән. Хәҙер, 80 йылдан һуң, Башҡортостан улдары, Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Достовалов исемендәге батальондар хәрбиҙәре менән бергә ҡалаларыбыҙҙан, ауылдарыбыҙҙан украин нацизмын ҡыуабыҙ. Шайморатов вариҫтары үҙенекеләрҙе ташламай.

Митингта Башҡортостандан махсус хәрби операция барышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләре сығыш яһаны. Мәҫәлән, Владимир Серафимовтың улы Максим оҙайлы алышта ташланған гранатаны үҙ кәүҙәһе менән ҡаплап һәләк булған. Был ҡаһарманлығы өсөн уға үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде.

– Улым менән, Тыуған илен яҡлаған барлыҡ егеттәр менән ғорурланам. Улымдың офицер девизы бар ине: “Ғүмерем – Тыуған илемә! Намыҫым бер кемгә лә түгел!” – тине Владимир Серафимов.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в