Башҡортостан
+12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
23 Сентябрь , 16:30

“Геройҙар уҙышында” ҡатнашҡан һәр кем - еңеүсе!

Бөгөнгө ярышта 1500 кеше ҡатнашты.

“Геройҙар уҙышында” ҡатнашҡан һәр кем - еңеүсе!
“Геройҙар уҙышында” ҡатнашҡан һәр кем - еңеүсе!

Бөгөн Шишмә районында урынлашҡан “Патриот” паркы биләмәһендә сираттағы “Геройҙар уҙышы” үтте. Ярыштарға урта махсус белем биреү учреждениелары, уҡытыусылар һәм мәҙәниәт тармағы вәкилдәре килде.

1500 кешене йыйған был сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин тәбрикләне.

- “Геройҙар уҙышы”нда 29 команда мәҙәниәт тармағынан булһа, 71 команда урта махсус белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренән, ҡалғаны – уҡытыусылар, тренерҙарҙан тупланған. Бөгөн был майҙанға йыйылған һәр кем – герой. Уҙыш – ул команда эше. Бергәләп, көс булып тупланып атҡарғанда ғына ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға була, - тип билдәләне Айбулат Хажин.

Әйткәндәй, министр үҙе күптән түгел генә был һынауҙы уңышлы үтте. Шуға ла барыһына ла уңыштар теләне.

Башҡортостандың Спорт министрлығы вәкиле Игорь Ермилов ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, “Геройҙар уҙышы”ның Башҡортостанда саҡ башланып тороуын, был сараның артабан киң ҡолас аласағын белдерҙе.

“Геройҙар уҙышы”ның генераль директоры Эдуард Шәфиев проект менән таныштырҙы.

- Рәсәйҙә “Геройҙар уҙышы” бик тиҙ популярлыҡ яуланы. Әлегә ил буйынса был сарала һигеҙ миллион кеше ҡатнашты. Башҡортостандағы трасса яңы булһа ла, ҡыҙыҡһыныусылар күп. Ярыштар аҙна һайын үтә. Маҡтаныуҙан түгел, әммә беҙҙең трасса Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип һанала. Уҙышта һеҙҙе 24 төрлө һынау көтә. Өс километрлыҡ трасса булһа ла, бик ҙур физик көсөргәнеш талап итә ул, – тип билдәләне.

Урта махсус белем биреү учреждениелары студенттары – әкиәт батырҙары кеүек: бөтәһе лә физик яҡтан көслө, спорт менән дуҫ икәнлектәре күренеп тора. Октябрьский ҡалаһының Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш колледжынан килгән команда менән танышам. Егеттәр 2 – 4-се курс студенттары. Буласаҡ электриктар һәм автомеханиктар. Уларҙың етәкселәре Артур Дауытов – физкультура уҡытыусыһы.

- Егеттәрҙең барыһы ла спортсылар. Командаға ла иң-иңдәрен туплап алып килдек. Физик яҡтан һәйбәт әҙерлеге булған кешегә был һанауҙарҙы үтеүе әллә ни ҡыйын булмаҫ. Егеттәр һынатмаҫ, - ти уҡытыусы.

Сибайҙан төҙөлөш һәм сервис колледжы студенттарының барыһы ла көрәшселәр. 2 – 3-сө курс студенттары автобустан килеп төшөү менән күнекмәләр эшләп, трассаны ҡарап, ярышҡа әҙерләнә лә башланы. “Берҙәмлектә – көс!” тигән әйтемде девиз итеп алып, ниндәй хаталарға иғтибар итергә, кемгә ниндәй һынауҙа ярҙамлашырға кәрәклеген билдәләп тә ҡуйҙылар. Шуға ла сибайҙар трассаны ауырлыҡһыҙ үтте.

Ә бына уларҙың күршеләре Учалы командаһы олпат ир-егеттәрҙән тора. Бында тренерҙар, физкультура уҡытыусылары тупланған. Делегацияны етәкләүсе Азат Мөхәмәҙиев киләсәктә балаларҙы алып килеп, ярышта ҡатнаштырырға ине тип маҡсат та ҡуйҙы. Команда вәкилдәре араһында алты малай атаһы Раят Ишмөхәмәтов та бар. Раят Килдебай улы тормош иптәше Ләлә Рәшит ҡыҙы менән Озерный ауылында йәшәй. Өлкән улдары Айратҡа - 28, кеселәре Рафиҡҡа 16 йәш. Егеттәрҙең барыһы ла спортсы.

- Футбол, саңғы, баскетбол, теннис менән шөғөлләнәләр. Бала саҡтан “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” тип ҡабатлап үҫтерҙек. Мин эшләгән Озерный мәктәбендә 67 бала белем ала. 10 – 11-се класс юҡ, сөнки балалар урта махсус белем алыуҙы өҫтөн күрә. Был мәктәптә быйылдан эш башланым. Уҡыусыларым спортсылар булып китмәһә лә, физик яҡтан көслө, сыҙамлы булып үҫһен тип тырышам, - ти уҡытыусы.

Мәҙәниәт тармағы командалары араһында М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры командаһы әллә ҡайҙан башҡаларҙан айырылып тора. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илгиз Таһиров белдереүенсә, ауыл малайҙары һынауҙарға бирешмәй!

Ярыш көсөргәнешле барһа ла, еңеүселәр ҙә, еңелеүселәр ҙә булманы: “Геройҙар уҙышы”нда ҡатнашыу – үҙе еңеү.

Бөгөнгә ялан бушап ҡалды. Иртәгә иртәнән иһә бында тағы ла шау-гөр килеп командалар йыйыласаҡ. Был юлы юғары уҡыу йорто студенттары көс һынашасаҡ.

Автор фотолары.

“Геройҙар уҙышында” ҡатнашҡан һәр кем - еңеүсе!
“Геройҙар уҙышында” ҡатнашҡан һәр кем - еңеүсе!
“Геройҙар уҙышында” ҡатнашҡан һәр кем - еңеүсе!
“Геройҙар уҙышында” ҡатнашҡан һәр кем - еңеүсе!
“Геройҙар уҙышында” ҡатнашҡан һәр кем - еңеүсе!
“Геройҙар уҙышында” ҡатнашҡан һәр кем - еңеүсе!
“Геройҙар уҙышында” ҡатнашҡан һәр кем - еңеүсе!
“Геройҙар уҙышында” ҡатнашҡан һәр кем - еңеүсе!
“Геройҙар уҙышында” ҡатнашҡан һәр кем - еңеүсе!
“Геройҙар уҙышында” ҡатнашҡан һәр кем - еңеүсе!
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас в