Башҡортостан
+10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
23 Сентябрь , 20:00

"Мин унда кәрәк"

"Яуҙа үҙеңә генә түгел, иптәшеңә лә иҫәп тота алыу бик мөһим".

"Мин унда кәрәк"
"Мин унда кәрәк"

Бөгөн Өфөлә “Шайморатов вариҫтары үҙенекеләрҙе ташламай” тип аталған митинг-концерт үтә. Башҡортостан халҡы Рәсәйгә ҡушылырға теләгән Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Херсон, Запорожье өлкәләре кешеләренә теләктәшлеген белдерҙе.

Сарала 20 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Араларында Украиналағы махсус хәрби операцияға тәүгеләр сафында ирекмән булып киткән Ринат Халиҡов та бар ине. Әле ул ғаиләһен күреү өсөн ялға ҡайтҡан. Бөгөн митингта ҡатнашты.

Ринат Халиҡов фекеренсә, әле илһөйәрлек күрһәтеү, уртаҡ Ватаныбыҙға ярҙам итеү өсөн иң яҡшы ваҡыт. Шуға күрә ир-егеттәргә ҡағылған өлөшләтә мобилизациянан ҡурҡмаҫҡа кәрәк.

– Әле хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарҙың күбеһенең ҡулына ҡорал тотҡаны бар. Яңы көстәр менән алға барасаҡбыҙ. Туғандаш халыҡҡа ярҙам итергә, ҡурҡыуҙы еңергә тейешбеҙ. Илебеҙ һағына тороу – ир-егеттең бурысы. Үҙеңә генә түгел, иптәшеңә лә иҫәп тота алыу бик мөһим. Яуҙа нимә барғанын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, шуға күрә унда кәрәклегемде беләм, һуғыштың аҙағынаса буласаҡмын, – тине ул.

Фото: Валерий Шахов. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в