Геройҙар дәүере
25 Сентябрь 2022, 17:15

“Росгвардия”ның йыйылма отряды ҡайтты

Беҙ һеҙҙең ҡаһарманлыҡ алдында баш эйәбеҙ, бөтә республика һеҙҙең менән ғорурлана!

“Росгвардия”ның йыйылма отряды ҡайтты“Росгвардия”ның йыйылма отряды ҡайтты
“Росгвардия”ның йыйылма отряды ҡайтты

Яугирҙәр Укранинала демилитаризация һәм денацификация буйынса махсус хәрби операция барышында алдарына ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәне.

Тыуған ерҙәрендә уларҙы туғандары һәм яҡындары, хеҙмәттәштәре һәм ветерандар менән бергә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, “Росгвардия”ның төбәк идаралығы етәксеһе полиция генерал-майоры Александр Бурдо ҡаршы алды.

“Башҡортостан бөгөн һеҙҙе – ысын геройҙарҙы – ҡаршы алыуы менән бәхетле, беҙ һеҙҙең ҡаһарманлыҡ алдында баш эйәбеҙ, бөтә республика һеҙҙең менән ғорурлана!” – тине Ирек Сәғитов.

Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас