Геройҙар дәүере
25 Сентябрь 2022, 16:45

Сит ил күҙәтеүселәре референдум барышын ҡарай

Сит ил күҙәтеүселәре Донецк һәм Луганск республикаларынан килгән һәм әле Башҡортостанда булғандарҙың референдумда ҡатнашыуын күҙәтеүҙе дауам итә

Сит ил күҙәтеүселәре референдум барышын ҡарайСит ил күҙәтеүселәре референдум барышын ҡарай
Сит ил күҙәтеүселәре референдум барышын ҡарай

Сит ил күҙәтеүселәре Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан килгән һәм әле Башҡортостанда булғандарҙың референдумда ҡатнашыуын күҙәтеүҙе дауам итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 23 – 26 сентябрҙә был республикаларҙа йәшәгән һәм әле Башҡортостанда мәжбүри ҡасҡынсылар булған граждандар участка һайлау комиссияларынан ситтә тауыш бирә, ә 27 сентябрҙә улар һайлау участкаһына килеп Рәсәй составына инеүҙе һайлау  мәсьәләһе буйынса тауыш бирә аласаҡ. Бында һүҙ быйыл килгән күскенселәр тураһында ғына түгел, ә 2014 йылдан башлап тыуған ерен ташлап китергә мәжбүр булғандар тураһында ла бара.

“Беҙ комиссияларҙы кәрәкле ҡорамалдар, канцелярия кәрәк-ярағы менән тәьмин итәбеҙ, улар эшендә тыуған мәсьәләләр буйынса консультация бирәбеҙ. Мәҫәлән, документтарҙы тултырыу буйынса”, – ти Стәрлетамаҡ территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Ришат Сәлимгәрәев.

Фото: bashinform.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас