Геройҙар дәүере
26 Сентябрь 2022, 11:40

Хөрмәт һеҙгә – ысын ирҙәргә!

Радий Хәбиров батырҙың ғаиләһенә орденды тапшырҙы, уның әсәһе менән аралашты.

Хөрмәт һеҙгә – ысын ирҙәргә!Хөрмәт һеҙгә – ысын ирҙәргә!
Хөрмәт һеҙгә – ысын ирҙәргә!

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стрәлетамаҡ ҡалаһынан һәм районынан мобилизацияланған ир-егеттәрҙе хеҙмәткә ебәреү арналған митингта ҡатнашты. Бер төркөм яҡташтарыбыҙ хәрби әҙерлек үтеү урындарына юлланды.

Республика Башлығы ил һаҡсыларына ҡуйылған бурысты уңышлы үтәп, иҫән-һау туғандарына һәм яҡындарына ҡайтыуын теләне.

– Хөрмәтле яҡташтар! Беҙҙең бөгөн күңелдә ике һүҙ – хөрмәт һәм рәхмәт. Хөрмәт һеҙгә – ысын ирҙәргә. Әле ҡатмарлы ваҡыт, әммә ул ысын ир-егеттәрҙе тыуҙыра. Рәхмәт беҙҙе, илде, ошо көндәрҙә ҙур илебеҙҙең составына инергә ҡарар иткән Донбасстың интеккән халҡын яҡларға барғанығыҙ өсөн.

Тағы ла шуны әйткем килә, Башҡортостандан егеттәр – Рәсәй Оборона министрлығы, Рәсәй гвардияһы, Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальондар, “Барыҫ” ирекмәндәр отряды һәм башҡа бүлексә хәрбиҙәре инде бер ай көрәшә. Улар менән даими аралашам. Уларға ярҙам кәрәк, һеҙҙе бик ныҡ көтәләр.

Һеҙгә өмөт менән ҡарайбыҙ. Бер-берегеҙгә ярҙам итеп хәрби бурысығыҙҙы үтәрһегеҙ, тип көтәбеҙ. Һеҙ бөгөнгө кеүек иңгә-иң терәп, иҫән-һау тыуған ергә ҡайтырһығыҙ, тип көтәбеҙ.

Махсус хәрби операцияға ебәреү алдынан, республика Башлығы булараҡ, шуны әйткем килә – республикабыҙҙың барлыҡ көсө һеҙгә ярҙам итеүгә йүнәлтелһен өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкмен. Тағы шуны әйткем килә, республика һеҙ туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ борсолмаһын өсөн тырышасаҡ. Беҙ уларға ярҙам итәсәкбеҙ, вәғәҙә итәм. Эшләгеҙ, туғандар! – тине Радий Хәбиров.

Митингта хәрби хәрәкәт ветерандары һәм дин әһелдәре сығыш яһаны. “Набат” Чечен Республикаһындағы ҡораллы низағта ҡатнашыусылар союзы” йәмәғәт ойошмаһы идараһы рәйесе, хәрби хәрәкәттәр ветераны Илдус Манапов буласаҡ Ватан һаҡсыларына үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәүҙәрен теләне.

– Һеҙҙең арала тәжрибә туплаған хәрби хәрәкәттәр ветерандары бар. Беҙҙең эш изге, дошман ҡыйратыласаҡ, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! – тине ул.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта өлкән сержант Юрий Чумаковтың ғаиләһе менән осрашты. Егет ҡала станоктар эшләү техникумын тамамлағандан һуң хәрби хеҙмәткә алына, инженер-сапер взводы командиры урынбаҫары була. Һуңынан контракт буйынса хеҙмәткә ҡала, Төнъяҡ Кавказ биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.

Юрий Чумаков быйыл апрелдә “Барыҫ” ирекмәндәр отряды составында махсус хәрби операция бурысын үтәгәндә һәләк була. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән үлгәндән һуң Шайморатов ордены менән бүләкләнә.

Радий Хәбиров батырҙың ғаиләһенә орденды тапшырҙы, Юрий Чумаковтың әсәһе Татьяна Васильевна менән аралашты.

– Һеҙҙең улығыҙ тураһында беҙ онотмаясаҡбыҙ. Ул батырҙарса алышты, ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Һеҙгә мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti.

Хөрмәт һеҙгә – ысын ирҙәргә!
Хөрмәт һеҙгә – ысын ирҙәргә!
Хөрмәт һеҙгә – ысын ирҙәргә!
Хөрмәт һеҙгә – ысын ирҙәргә!
Хөрмәт һеҙгә – ысын ирҙәргә!
Хөрмәт һеҙгә – ысын ирҙәргә!
Хөрмәт һеҙгә – ысын ирҙәргә!
Хөрмәт һеҙгә – ысын ирҙәргә!
Хөрмәт һеҙгә – ысын ирҙәргә!
Хөрмәт һеҙгә – ысын ирҙәргә!
Хөрмәт һеҙгә – ысын ирҙәргә!
Хөрмәт һеҙгә – ысын ирҙәргә!
Хөрмәт һеҙгә – ысын ирҙәргә!
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас