Геройҙар дәүере
26 Сентябрь 2022, 09:00

Халыҡ тауыш бирә, һайлау комиссияһы ағзалары өйҙәр буйлап йөрөй

Хәрби хәрәкәт барған урында референдум үткәреү – бик етди сара.

Халыҡ тауыш бирә, һайлау комиссияһы ағзалары өйҙәр буйлап йөрөйХалыҡ тауыш бирә, һайлау комиссияһы ағзалары өйҙәр буйлап йөрөй
Халыҡ тауыш бирә, һайлау комиссияһы ағзалары өйҙәр буйлап йөрөй

Башҡортостандан журналист, “Октябрьский нефтяник” гәзитенең баш мөхәррире Анна Москалец инде ике ай Запорожьела эшләй. Ул “Республика Башкортостан” гәзитенә төбәктә референдум ниндәй шарттарҙа үтеүе хаҡында һөйләне.   

– Бында булған һәм эшләгән ике ай ваҡыт эсендә халыҡтың күпселеге Рәсәйгә ҡушылырға әҙер булғанын аңланым. Әле референдумдың өсөнсө көн бара, Украина яғынан янауҙар, диверсия һәм террор акттары ойошторорға маташыу осраҡтары артты. Әммә шуны билдәләр инем, Запорожье өлкәһе биләмәһендә йәмәғәт хәүефһеҙлеге барлыҡ көс органдары тарафынан яҡшы тәьмин ителгән.

Хәрби хәрәкәт барған урында референдум үткәреү – бик етди сара. Минең өсөн был яңы тәжрибә, сөнки быға тиклем бындай һайлауҙа, референдумда эшләргә тура килмәне. Был тыныс тормошта түгел, хатта 2014 йылдағы Ҡырымдағы кеүек хәл дә түгел, унда хәрби хәрәкәт булманы. Кем Донецкиҙа һәм Луганскиҙа эшләгән, хатта уларҙа ла улай булмаған. Бында хәрби хәрәкәттәр көслө тойола. Әммә барыбер халыҡ тауыш бирә, һайлау комиссияһы ағзалары өйҙәр буйлап йөрөй. Уларға ла янауҙар күп килә, улар хаҡындағы мәғлүмәтте алып, баҫып сығарырға маташалар.

Шуға ла әле участка һайлау комиссиялары ағзалары батырлыҡ күрһәтә. Улар үҙҙәренең граждандарына тарихи һайлау мөмкинлеген бирә. Һайлау комиссияһы ағзаларының күптәре белдереүенсә, улар быны һәләк булғандар, шартлатылғандар, үлтерелгәндәр һәм бөгөнгө көндө күрә алмағандар иҫтәлегенә эшләй. Кешеләр тауыш бирһен һәм үҙенең фекерен белдерһен өсөн ғүмерен биргәндәр хаҡына.

Запорожье өлкәһенең ваҡытлыса баш ҡалаһы булған Мелитополдә бөгөн Ҡала көнөн билдәләйҙәр. Әлбиттә, ҡалала бер ниндәй ҙә байрам саралары юҡ. Ә һайлау комиссияһына килгәндә, уның эше яҡшы ойошторолған. Тауыш биреүселәрҙең исемлеген төҙөү ҙә еңелдән булманы, сөнки бынан киткән ойошмалар мәғлүмәттәр базаһын тулыһынса юҡ иткән. Участка һайлау комиссияһы хеҙмәткәрҙәре ҙур эш атҡарып сыҡты, уларға ирекмәндәр, урындағы халыҡ ярҙам итте. Һөҙөмтәлә исемлектәр һәм участкалар төҙөлдө, участка һайлау комиссияһы ағзаларының хәүефһеҙлеге тәьмин ителде.

Тауыш биреү барышын федераль һәм сит ил журналистары күҙәтә. Уларҙың составы яңырып тора: кемдер килә, кемдер китә. Шулай уҡ тауыш биреү барышын сит ил күҙәтеүселәре күҙәтә. Улар Италия, Германия, Чехия, Уругвай, Венесуэла кеүек илдәрҙән. Төрлө йәмәғәт ойошмаларынан, партияларҙан күҙәтеүселәр бар.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, референдумдың ике көнөндә Запорожье өлкәһендә халыҡтың 35,5 проценты тауыш биргән, сит илдәгеләр менән бергә, шул уҡ ваҡытта Мелитополдә – 35,35 процент, Мелитополь районында – 35,72 процент.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас