

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәренә мобилизацияланған резервистар исемлеген ентекле тикшерергә һәм халыҡтың мобилизация мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәттәрен өйрәнергә ҡушты.
– Район башлыҡтарына мөрәжәғәт итәм. Ағымдағы эштәрҙе ситкә ҡуйып тороғоҙ. Алған мөрәжәғәттәрҙе тикшерегеҙ. Хәрби комиссариаттарға сығығыҙ һәм исемлектәр менән эшләй башлағыҙ. Һорауҙары булған һәр кем буйынса хәлде асыҡларға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Тәҡдим ителгән факттарҙың мобилизациялау өсөн ҡаршылыҡ булып тороуын күрһәгеҙ, хәлде төҙәтегеҙ. Әгәр кеше яңылыш йәлеп ителә икән, уны кире алырға кәрәк.
Башҡортостан Башлығы киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә өлөшләтә мобилизациялау хаҡында объектив һөйләргә ҡушты.
– Беҙ киң мәғлүмәт саралары менән бергә фейктарға ҡаршы эш ойошторорға тейешбеҙ. Ялған мәғлүмәт – ул Рәсәйҙә һәм республикабыҙҙағы эске сәйәси хәлгә маҡсатлы һөжүме, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең егеттәр хәрби бурыстарын үтәүгә намыҫлы юллана. Быны, һис шикһеҙ, яҡтыртырға кәрәк.
Төбәк етәксеһе мобилизацияланған халыҡ менән үҙ-ара эш итеү һәм хәрби әҙерлек урындарында килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү өсөн йәмәғәт башланғысында Башҡортостан Башлығы советниктарының кандидатураларын билдәләргә ҡушыуы тураһында иҫкә төшөрҙө.
– Бындай биләмәләрҙең һәр береһендә республиканан минең советник һәм фельдшер булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Был тәү сиратта туҡланыу, ҡорамалдар, дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн кәрәк. Иң мөһиме - егеттәрҙең туғандары менән бәйләнеше булһын.
Шулай уҡ республика Башлығы Ауыл хужалығы, Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлыҡтарына мобилизацияланған халыҡты хеҙмәт итеү урынына тиклем юлға ҡоро аҙыҡ менән тәьмин итергә ҡушты.
– Резервта булғандарҙың барыһының да автобустарҙа эсәр һыу күләменең һәм сифатлы ҡоро аҙыҡтың етерлек булыуы мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Республиканан ситкә сыҡҡанда – Илеш районында һәм Октябрьский ҡалаһында – туҡланыу пункттарын ойошторорға кәрәк.
Башҡортостанда шулай уҡ мобилизацияланған халыҡтың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса ирекмәндәр штабтары эшләй башлай.
– “Берҙәм Рәсәй” махсус хәрби операцияға киткәндәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү режимына күсә, – тине Радий Хәбиров. – Тейешле ирекмәндәр хәрәкәтен “Шайморатовсылар” тип атарға тәҡдим иттек. Улар хужалыҡ эштәрендә, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып алыуҙа, башҡа төрлө көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам итәсәк. Әгәр башҡа партиялар беҙгә ярҙамлашырға теләһә, бик шат буласаҡбыҙ. Хәҙер төрлө сәйәси лагерҙарға бүленер ваҡыт түгел. Был ғаиләләргә бергәләп ярҙам итергә тейешбеҙ.
Фото: fixinchik.ru