

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған аҙналыҡ кәңәшмәһендә өлөшләтә мобилизация темаһына арналған ҙур һөйләшеү булды.
Республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич белдереүенсә, Башҡортостан муниципалитеттарының бөтә хәрби комиссариаттарында ла өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырыу комиссилары булдырылған һәм эш башлаған. Бөгөнгә ҡарата тәүге командалар хәрби әҙерлек үтеү урындарына ебәрелгән. Әйткәндәй, ебәрелгән граждандарҙың 30 проценты – доброволецтар, улар шәхси повесткалар алыр өсөн хәрби комиссариаттарға үҙҙәре барған.
Мобилизация комиссияларына муниципаль берәмектәр башлыҡтары етәкселек итә. Граждандарға хәбәр итеү, уларҙы йыйыу һәм ғәскәри частарға оҙатыу эштәре алып барыла. Саҡырыу Рәсәй Ҡораллы Көстәре генераль штабының күрһәтмәләренә ярашлы һәм мобилизациялау тураһындағы федераль закон нигеҙендә тормошҡа ашырыла, тине Михаил Блажевич.
– Беҙҙә доброволецтарҙы тәү сиратта алырға тигән күрһәтмәләр бар, хатта сикләүҙәре булһа ла, улар теләк белдерә. Муниципалитет етәкселәренә, республика Хөкүмәтенә, Эске эштәр министрлығына граждандарыбыҙҙы оҙатыуҙа ярҙам күрһәтеүҙәре өсөн рәхмәт белдерәм. Барыһы ла юғары кимәлдә ойошторолған – автобустар ҙа, ҡоро аҙыҡ та, хоҡуҡ тәртибен һаҡлау ҙа, ЮХХДИ-ның оҙатып барыуы ла. Барыһы ла хәрби частарға килеп етә, унда кейемде алмаштырыуға, штат буйынса теҙеүгә, хәрби көйләүҙе уҙғарыуға әҙерләнеүгә тотонған, – тине Михаил Блажевич.
Шулай уҡ хәрби комиссар белдереүенсә, өлөшләтә мобилизацияға саҡырыу буйынса халыҡтан военкоматтарға ялыуҙар ҙа килә башлаған.
– Кешеләр армиянан ҡайтҡас, сәләмәт һәм йәш килеш хәрби комиссариатта иҫәпкә тора. Әммә ваҡыт үткәс, кемдер сирләп китеүе, инвалидлыҡ алыуы ихтимал, ләкин бөтәһе лә был хаҡта ике аҙна дауамында хәрби комиссариатҡа хәбәр итеү бурысын үтәп еткермәй. Өлөшләтә мобилизация башланғас, ауырыу факттары барлыҡҡа килде, кемдеңдер дүрт балаһы тыуған. Ошоларҙың барыһын да анализлаясаҡбыҙ, – тине Михаил Блажевич.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мобилизацияланғандарҙың хеҙмәт хоҡуҡтарын үтәүҙең мөһимлегенә иғтибар итеүҙе һораны. Уларҙың эш урындары ҡалырға тейеш, тине.
– Был кешеләрҙең хеҙмәт килешеүе туҡтатыла, тик өҙөлмәй. Ҡайтҡас, барыһы ла эшкә тотона аласаҡ, – тине республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Фото: mk-belgorod.ru