Геройҙар дәүере
27 Сентябрь 2022, 15:30

Депутаттар - өлөшләтә мобилизация тураһында

"Хәрби бурысын үтәгән егеттәребеҙҙең ғаиләләренә ярҙам итәсәкбеҙ, социаль-психологик, хоҡуҡи булышлыҡ күрһәтәсәкбеҙ".

Депутаттар - өлөшләтә мобилизация тураһындаДепутаттар - өлөшләтә мобилизация тураһында
Депутаттар - өлөшләтә мобилизация тураһында

Парламентарийҙар "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында өлөшләтә мобилизациялауҙың ни тиклем мөһим икәнлеге хаҡында һөйләне.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә,Тыуған илебеҙ берәү һәм уны, һис шикһеҙ, яҡларға кәрәк. "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ир-егеттәребеҙҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләүҙә бөтә йәмәғәт ойошмаларына ҡушылды. Район-ҡалаларҙағы филиалдарыбыҙҙа ла йылы кейемдәр әҙерләп, йөн ойоҡтар бәйләп, яугирҙәребеҙгә ебәрәләр. Беҙ шулай уҡ "Берҙәм Рәсәй"ҙең Башҡортостан бүлексәһе ҡарамағында ойошторолған Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы составына индек. Район һәм ҡалаларҙа хәрби бурысын үтәгән егеттәребеҙҙең ғаиләләренә ярҙам итәсәкбеҙ, социаль-психологик, хоҡуҡи булышлыҡ күрһәтәсәкбеҙ. Ил етәкселегенең ҡарарын тулыһынса хуплайбыҙ", - тине Гөлнур Ҡолһарина.

"Өлөшләтә мобилизацияны хуплайым. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Рәсәй көстәренә ярҙам кәрәк. Көнбайыш Украинаны ҡорал менән йышыраҡ тәьмин итә, ә операцияны тамамларға кәрәк. Һәм өлөшләтә мобилизация был мәсьәләне ваҡытында хәл итеү юлы булып тора. Унан, беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ, яңғыҙ ҡалдырмайбыҙ", - тине Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, инновация үҫеше, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитеты рәйесе Хәлил Рәхимов.

"Президентыбыҙҙың өлөшләтә мобилизациялау һәм махсус хәрби операция тураһындағы ҡарарын тулыһынса хуплайым. Һәр кем уға ярҙам итеүгә үҙ өлөшөн индерергә тейеш: хәрби тәжрибәһе булған кешеләр - алғы һыҙыҡта, ҡалғандары - максималь файҙа килтерә алған урында. Әлеге ваҡытта мин дә Донецк Халыҡ Республикаһы биләмәһендәге объекттарҙы тергеҙеүҙә ҡатнашам", - ти депутат Денис Назаров.

Башҡорт халҡы элек-электән ватансыл булған, тине депутат, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев. "Башҡорт халҡының ҡанында - илһөйәрлек. Улар ҡатнашҡан һәр төрлө хәрби походтар быны ныҡлы иҫбатлай. Был - 1812 йылғы Ватан һуғышы ла, Бөйөк Ватан һуғышы ла. Халҡыбыҙ тәүгеләрҙән булып һуғышҡа киткән. Башҡортостан - Рәсәй йөрәге һәм республика илдең әрнеүен айырыуса һиҙә. Шуға күрә беҙҙең ир-егеттәр өлөшләтә мобилизацияла ҡатнаша, сөнки үҙҙәре, ғаиләһе һәм Тыуған иле өсөн яуаплылыҡ тоя. Яугирҙәребеҙҙең принципиаль ҡараштарының береһе был", - тине Зәки Әлибаев.

Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Вадим Старов Пензаға ҡустыһын хәрби юлға оҙатыуҙа ҡатнашты. Был хаҡта парламент рәйесе Константин Толкачев яҙҙы.

"Өфөнөң Дим һәм Өфө райондарынан мобилизацияланған йәштәрҙе оҙатыуҙа ҡатнаштым. Йөҙҙән ашыу кеше Пензаға юлланды. Ошонда уҡ Дәүләт Йыйылышы депутаты, минең урынбаҫарым Вадим Старов ҡустыһын оҙатты. Тағы ла бер тапҡыр бөтә мобилизацияланғандарға һәм ирекмәндәргә мөрәжәғәт итәм: илһөйәрлегегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә! Лайыҡлы хеҙмәт итегеҙ. Донъялағы иң ҙур һәм көслө илегеҙ, тыуған республикағыҙ, ныҡлы, ышаныслы тылығыҙ, һеҙҙе яратҡан кешеләр барлығын онотмағыҙ. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!", - тине Константин Толкачев.

Фото: "Башинформ".

Депутаттар - өлөшләтә мобилизация тураһында
Депутаттар - өлөшләтә мобилизация тураһында
Депутаттар - өлөшләтә мобилизация тураһында
Депутаттар - өлөшләтә мобилизация тураһында
Автор:Карима Усманова
Читайте нас