

Сибай концерт-театр берекмәһенән бер төркөм артистарҙың өлөшләтә мобилизацияға ярашлы хәрби әҙерлек үҙәгенә юлланыуы тураһында хәбәр итеп, уларҙың “Шайморатов генерал”ды йырлап, күтәренке рух менән юлға сығыуы тураһында видеояҙма менән уртаҡлашҡайныҡ.
Сибай егеттәрен Өфө районының Булгаков ауылы янында Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм башҡа коллегалары оҙатып ҡалды.
“Егеттәребеҙҙе Булгаковта оҙатып ҡалдыҡ... Рәхмәт, Әминә Ивниевна, беҙгә егеттәр менән күрешеп, хушлашырға мөмкинлек табып ойошторғанығыҙ өсөн! Улар менән әҙ генә булһа ла күрешеп, һөйләшеп күңелдәр бушап ҡалды... Иманым камил, егеттәребеҙ еңеп, имен-һау әйләнеп ҡайтыр, Аллаһ бирһә!” – тип яҙҙы актриса Миңзилә Ҡотошева.
Фото: vk.com/m.kutusheva