Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
27 Сентябрь 2022, 21:15

Әгәр ҡатының йөклө булһа...

Был һорауға ла яуап бирҙеләр. 

Әгәр ҡатының йөклө булһа...
Әгәр ҡатының йөклө булһа...

Кисә Башҡортостан юлдаш телеканалында булған өлөшләтә мобилизацияға ҡағылышлы брифингта тағы ниндәй һорауҙар яңғыраны? Уларға яуаптарҙы һеҙгә тәҡдим итәбеҙ.

Һорау: Үҙең менән кейем һәм аяҡ кейеме алырға яраймы?

М.А. Блажевич: Әлбиттә, ярай. Нимә кәрәк, шуны алырға мөмкин.

Һорау: Мобилизацияланған кешеләр нимәлә хеҙмәт итер?

М.А. Блажевич: Нимә бирәләр, шуның менән хеҙмәт итәсәктәр. Ләкин алмаш кейем ҡамасауламай. Кейемде йыуырға һәм ваҡытлыса алмашҡа кейенергә кәрәк буласаҡ. Ниндәйҙер экстремаль шарттарҙа кейемдең һыуланыуы, йыртылыуы мөмкин, шуға күрә алмаштырырға мөмкин, бер кем дә тыймай. Үҙең менән алып барырға рөхсәт ителә.

Һорау: Беҙҙең егеттәрҙе ни тиклем оҙаҡ уҡытасаҡтар?

М.А. Блажевич: Бер айға яҡын.

Һорау: Әҙерлек нисек алып барыласаҡ?

М.А. Блажевич: Хәрби батальондар әҙерләгәндә Шайморатов менән Доставалов Тоцк полигонында хәрби училищелар, курсанттар уҡытыусылары, махсус тәғәйенләнештәге профессионалдар йәлеп ителде, улар занятиелар үткәреү өсөн был үҙәктәргә ебәрелде. Хәҙер ошо хәрби училищеларҙа ла шул уҡ хәл ҡаралған. Шуға күрә барыһы ла ысынбарлыҡ шарттарына яҡын буласаҡ. Махсус операция тәжрибәһе ҙур, был тәжрибәгә эйә булған һәм уны тапшыра алған кешеләр байтаҡ.

Һорау: Ғаиләлә йөклө ҡатын, нимә эшләргә? Тормош иптәшен саҡырырҙармы?

М.А. Блажевич: Саҡыралар.     

Һорау: Балалар буйынса ниндәй сикләүҙәр?

М.А. Блажевич: Әгәр 16 йәшкә тиклемге дүрттән ашыу бала булһа, 31-се федераль закон менән көйләнә. Шулай уҡ закон өс бала тәрбиәләгәндәргә лә ҡағыла, ләкин ҡатыны дүртенсегә ауырлы, срогы 22 аҙнанан ашыу булырға тейеш.

Һорау: Ғаиләлә инвалид бар, ти. Әйтәйек, инвалид ата-әсәне ҡарарға кәрәк?

М.А. Блажевич: Шарттарҙың береһе – ул ғаиләлә тәрбиәләй алған берҙән-бер кеше булырға тейеш. Әгәр граждандың ағаһы йәки апаһы бар икән, бурысы уларға йөкмәтелә. Әгәр ул инвалидты ҡарарлыҡ берҙән-бер кеше икән, мобилизация үткәрелмәй.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: