

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаланың Совет һәм Октябрь райондарынан мобилизацияланған кешеләрҙе хәрби хеҙмәткә оҙатыу буйынса митингта ҡатнашты. Улар хәрби эште көйләү һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға әҙерләү урындарына юлланды.
Төбәк етәксеһе яугирҙәргә ҡуйылған бурыстарын уңышлы үтәүҙәрен һәм туғандарына, яҡындарына ҡайтыуҙарын теләне.
– Был көндәрҙә республика ҡалаларынан һәм райондарынан егеттәребеҙҙе махсус хәрби операцияға оҙатабыҙ. Бөгөн беҙ һеҙгә ике һүҙ менән килеп төштөк. Беренсе һүҙ – ихтирам. Һеҙ – ысын ир-егеттәр. Ваҡыт ошо осорҙа кәрәкле кешеләрҙе тыуҙыра. Хәҙер тап һеҙ кәрәк, – тип мөрәжәғәт итте егеттәргә Радий Фәрит улы. – Икенсе һүҙ – рәхмәт. Беҙҙе һәм илде яҡлағанығыҙ өсөн. Бына бер нисә ай инде Башҡортостан егеттәре – Рәсәй Оборона министрлығы, Рәсәй гвардияһы, Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальон, “Барс” ирекле отряды һәм башҡа подразделение хәрби хеҙмәткәрҙәре – унда хәрби бурысын үтәй. Беҙ улар менән даими бәйләнештә. Уларға ярҙам кәрәк, улар һеҙҙе бик көтә. Уларға ярҙам итергә әҙер булыуығыҙ өсөн рәхмәт!
Радий Хәбиров был еңел булмаған осорҙа хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеләсәк тине.
– Башҡортостан Башлығы булараҡ, бының өсөн барыһын да эшләрбеҙ, тип ныҡлы вәғәҙә бирәм. Һеҙ үҙ бурысығыҙҙы тыныс үтәһен өсөн көсөбөҙ һәм ресурстарыбыҙ бар. Әлбиттә, һеҙгә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Хәрби бурысығыҙҙы үтәп сығырһығыҙ һәм бер-берегеҙгә ярҙам итеп, иңгә-иң тере ҡайтырһығыҙ тип көтәбеҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Эшләгеҙ, егеттәр!
Хәрби хеҙмәткәрҙәр алдында юл теләктәре менән хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм дин әһелдәре сығыш яһаны.
– Беҙ ҡатмарлы халыҡ-ара шарттарҙа йәшәйбеҙ. Күптәр бөгөн Рәсәйҙе рәнйетергә теләй, – тине Өфөнөң Октябрь районындағы “Хәрби туғанлыҡ” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, һауа-десант ғәскәрҙәре ветераны Илдар Иҙрисов. – Ләкин илебеҙ халҡы һәр саҡ еңеүсе булды. Шуға күрә Юғары баш командующий Владимир Владимирович Путиндың бойороғон үтәп, тыуған яҡҡа ҡайтыуығыҙҙы теләйем. Беҙ һеҙгә ышанабыҙ!
Өфө резервистарына шулай уҡ “Мәхәллә Фәтиха” мәсете имамы Фидус Хужин һәм “Хәсрәтлеләрҙең барыһына ла шатлыҡ” Алла Анаһы иконаһы хөрмәтенә ғибәҙәтхана руханийы, иерей Игорь Матренин хәйерле юл теләне.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.