Геройҙар дәүере
27 Сентябрь 2022, 09:00

Ә мин командировкаға йыйынһам?

Һаулығына зарланғандарға нимә эшләргә? Һорауҙарға яуаптар бар. 

Ә мин командировкаға йыйынһам?Ә мин командировкаға йыйынһам?
Ә мин командировкаға йыйынһам?

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, кисә кис Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа өлөшләтә мобилизацияға бәйле ҙур брифинг үтте. Кешеләрҙең ошоға бәйле һорауҙарына республиканың Хәрби комиссары, полковник Михаил Блажевич, министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре яуап бирҙе.

Запастағы, хәрби хеҙмәт үткән граждандар мобилизацияланасаҡ. Һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашыусыларға өҫтөнлөк бирелә. 35 йәшкә тиклем – төп ресурс, 45 йәшкә тиклем – һирәк һөнәр вәкилдәре йәки ирекмәндәр, тип билдәләне Михаил Блажевич.

Әгәр кеше һаулығына зарлана, ә запасҡа сыҡҡанда һау-сәләмәт булған икән, нимә эшләргә?  

Был процедура ҡануниәттә ҡаралған. Әгәр саҡырыу килгән, ә граждан ауырый икән, мәсьәләне медицина комиссияһы хәл итә, ул һаулыҡ торошо буйынса мәғлүмәттәрҙе асыҡлай. Бынан тыш, социаль статус та үҙгәреүе ихтимал: кеше күп балалы атай, опекун була алған. Хәрби комиссариатҡа килгәс, сәләмәтлегеңдең, ғаилә статусының үҙгәреүе тураһында хәбәр итергә кәрәк. Һаулыҡ торошо буйынса тикшереүҙән һуң яраҡлылыҡ категорияһы үҙгәрә.

Командировкалағыларға йәки командировкаға барыусыларға нимә эшләргә кәрәк?

Әгәр кеше командировкала була икән, повестканы граждандың үҙенә кире ҡайтҡас килтерергә тейештәр. Бер кем дә отпускыны йәки командировканы ашығыс рәүештә туҡтатырға мәжбүр итмәй.

Әгәр граждандың тиҙ арала командировкаһы планлаштырылып, уға повестка килтерһәләр, кисектереү юҡ. Хәрби комиссариатҡа барырға кәрәк.

Фото: news.mail.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас