Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
27 Сентябрь 2022, 22:15

Муниципалитет башлыҡтарына ниндәй йөкләмәләр бирелде?

Был хаҡта - Андрей Назаровтың яҙмаһында.

Муниципалитет башлыҡтарына ниндәй йөкләмәләр бирелде?
Муниципалитет башлыҡтарына ниндәй йөкләмәләр бирелде?

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән:

"Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы үтә. Граждандарҙан ҡыҙыу элемтә, социаль селтәрҙәр буйынса йәки Республикаға идара итеү чат-ботына килгән мөрәжәғәттәрҙе тиҙ арала өйрәнәбеҙ.

Белеүегеҙсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хоҡуҡ боҙоуҙарҙы теркәү, һәр осраҡты айырым өйрәнеү һәм ебәрелгән хаталарҙы төҙәтеү кәрәклегенә ныҡлы иғтибар бүлә. Шуның менән бәйле муниципалитет башлыҡтарына бер нисә йөкләмә бирелде:

- Хәрби хеҙмәткә саҡырылғандар исемлеген анализларға. Бәхәсле хәлдәрҙе асыҡларға. Мобилизацияла хата киткән осраҡта, кешене өйөнә ҡайтарырға.

- Муниципалитет башлыҡтарына һалдаттарҙы оҙатыуҙа шәхсән булырға, урындарҙа граждандарҙың мөрәжәғәттәрен эшкәртергә.

- Хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарҙы ҡоро кейем-һалым, медикаменттар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итергә.

- Мобилизацияланғандарға медицина тикшереүен сифатлы итеп үткәрергә. Был маҡсатта хәрби-табип комиссияларына өҫтәмә 600 белгес йәлеп ителде.

Бөгөн хәрби хеҙмәт үткән һәм запастағы граждандар өлөшләтә мобилизацияланырға тейеш. Һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашҡандарға өҫтөнлөк бирелә. Беҙ егеттәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә ярҙам итербеҙ, барыһын да эшләрбеҙ!"

Фото: Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: