

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһенә республиканан хәрби хеҙмәткәрҙәр менән бәйләнеш мәсьәләләре буйынса кәңәшселәренең исемлеген ҡуйҙы. Тап улар өлөшләтә мобилизацияға ярашлы саҡырылып, Ҡазан, һарытау, Пенза, Вольск ҡалаларында, Елань ҡасабаһында хәрби әҙерлек үткән егеттәр менән республикабыҙ араһында “элемтәсе” буласаҡ.
“Башинформ” мәғлүмәттәре буйынса, улар барыһы ла - үҙҙәренең эштәре менән республикала билдәле кешеләр. Кесе сержант Замир Таһир улы Йәнтүрин – беҙҙең хәрбиҙәр менән Ҡазан ҡалаһында. Ул да башҡалар һымаҡ был аҙнала мобилизацияланған. Тыуған Сибай ҡалаһынан автобуста баянда уйнап юлланыуы тураһындағы яҙма аша уны хәҙер барлыҡ ил белә. Замир Йәнтүрин – Сибай сәнғәт колледжы директоры. Ул Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында тыуған, аҙаҡ Өфө дәүләт сәнғәт академияһында белем алғандан һуң Рәсәй армияһы сафында хеҙмәт иткән.
Һарытауҙа Башҡортостандан мобилизацияланғандарҙың мәнфәғәтен республика исеменән Өфө егете Евгений Александрович Гончаров хәстәрләй. Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт иткәндә ул ефрейтер званиеһын ала. Әйткәндәй, Евгенийҙың Көс структураларында ҙур тәжрибәһе һәм теоретик яҡтан да етди базаһы бар. Ул Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты дипломына эйә һәм бар ғүмерен ошо хеҙмәткә арнай.
Хәрби әҙерлекте Пензала үткән Башҡортостан егеттәренең мәнфәғәтен Стәрлетамаҡ ҡалаһынан рядовой Юрий Алексеевич Орда яҡлай. Тәүге ҡарашҡа уның биографияһы ябай ғына һымаҡ: тыуған ҡалаһында һөнәрселек училищеһын тамамлай, аҙаҡ Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итә. Һуңғы ун йылда “Синтез-Каучук”та аппаратсы булып эшләй. Уның наградалары кешеләргә мөнәсәбәтен, холҡон сағылдыра. 2018 йылдан Юрий Алексеевич Стәрлетамаҡта, Стәрлетамаҡ районында һәм Ишембайҙа ирекле эҙләү-ҡотҡарыу отряды етәксеһе булып тора, йәғни юғалған кешеләрҙе эҙләүҙә полицияға ярҙам күрһәтә. Юрий Орда миҙалдар менән дә бүләкләнгән.
Елань ҡасабаһында республика Башлығы кәңәшсеһе итеп прапорщик Артур Шәрхит улы Мусакәлимов тәғәйенләнгән. Хәрби бурыс, намыҫ, батырлыҡ, Ватан төшөнсәләре уның күңеленә ныҡлы һеңгән. Артур – Ҡыйғы районы Ибрай ауылы егете. Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре сафына саҡырылғандан һуң, артабан контракт буйынса ла хеҙмәт итергә ҡала.
Кушнаренконан Рафаэль Алик улы Сатаев Вольск ҡалаһында беҙҙең егеттәрҙең мәнфәғәтен хәстәрләй. Уның шулай уҡ контракт хеҙмәттә тәжрибәһе ҙур, быға ул алты йыл ғүмерен арнай. Тағы форма кейергә һәм Ватанды һаҡларға ваҡыт, ти ул.
Кәңәшселәрҙең бурыстары бик күп. Улар, хәрби командование ҡуйған бурыстарҙан тыш, республиканыҡын да хәл итергә тейеш.
Сығанаҡ: "Башинформ".