Геройҙар дәүере
29 Сентябрь 2022, 08:45

Һеҙ – милләт йөҙө, республиканың һәм Рәсәйҙең ғорурлығы

Башҡортостандың район һәм ҡалаларынан өлөшләтә мобилизация сиктәрендә Рәсәй Федерацияһының Хәрби көстәре сафына саҡырылған ир-егеттәрҙе оҙатыу дауам итә

Һеҙ – милләт йөҙө, республиканың һәм Рәсәйҙең ғорурлығыҺеҙ – милләт йөҙө, республиканың һәм Рәсәйҙең ғорурлығы
Һеҙ – милләт йөҙө, республиканың һәм Рәсәйҙең ғорурлығы

Башҡортостандың район һәм ҡалаларынан өлөшләтә мобилизация сиктәрендә Рәсәй Федерацияһының Хәрби көстәре сафына саҡырылған ир-егеттәрҙе оҙатыу дауам итә. 29 сентябрҙә Өфө ҡалаһының Октябрьский районынан тағы ла бер төркөм Ватан һаҡсыларын оҙатыу тантанаһы үтте.

Иртә таңдан үҙҙәренең улдарын, ирҙәрен, атайҙарын, туғандарын һәм дуҫтарын оҙатырға тип халыҡ күп килгән ине. Яугирҙәрҙе оҙатыу сараһында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Өфө ҡалаһы башлығы Ратмир Мәүлиев, хәрби комиссариат вәкилдәре, дин әһелдәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнашты.

– Беҙ һеҙҙең менән тарихи боролош ваҡытында йәшәйбеҙ. Ватаныбыҙҙың территориаль бөтөнлөгө һәм хәүефһеҙлеге ҡурҡыныс аҫтында тора. Һеҙҙең алда етди ир-егеттәр эше. Һеҙҙең һәр берегеҙгә еңелдән булмаясаҡ. Һеҙ, ысын-егеттәр, Ватан һаҡсылары булараҡ барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға көс һәм батырлыҡ табырһығыҙ, тип ышанам. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында беҙҙең ата-бабалар иңенә бынан да нығыраҡ ауырлыҡтар төшә, әммә улар уны намыҫ менән йырып сыҡты, сөнки бөтә Ил бер кеше кеүек берҙәм булды. Бөгөн дә берләшеү бик мөһим, бигерәк тә әлеге яуаплы тарихи мәлдә. Был миңә ҡағылмай, тигән ҡараш менән йәшәргә ярамай, сөнки мобилизация өлөшләтә булһа ла, ул беҙҙең һәр кемебеҙгә ҡағыласаҡ. Сәнәғәт тә ошо юҫыҡта эшләй, дәүләт, власть органдары ла махсус эш режимына күсә. Һәр кем үҙ урынында Ил етәкселегенең, Юғары хәрби командующийҙың ҡарарын яҡлаясаҡ.

Һеҙ шуны белегеҙ – ғаиләләр яңғыҙ ҡалмаясаҡ. Һеҙҙең ныҡлы тылығыҙ бар. Ҡатындарығыҙға, балаларығыҙға, әсәйҙәрегеҙгә мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ. Бындай эш башланды инде. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы булдырылды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ғаиләләренә матди, социаль һәм хоҡуҡи, хужалыҡ буйынса һәм башҡа ярҙам күрһәтелә.

Һеҙ – милләт йөҙө, республиканың һәм Рәсәйҙең ғорурлығы. Илһөйәрлегегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙең ҡаһарманлыҡҡа ышанам. Лайыҡлы хеҙмәт итегеҙ. Һеҙҙең артығыҙҙа донъялағы иң көслө ил, тыуған республикағыҙ, тыуған ҡалағыҙ һәм һеҙҙе яратҡан туғандарығыҙ тора,  – тине Константин Толкачев.

Митингыла дин әһелдәре, Өфө ҡалаһының Октябрьский районындағы “Хәрби туғанлыҡ” төбәк ветерандар ойошмаһының рәйесе Илдар Иҙрисов сығыш яһаны.

Тыуған илде һаҡларға юлланған яҡташтарыбыҙ араһында “Бельские просторы” журналының хеҙмәткәре Артур Тапаҡов та бар ине. Уны оҙатырға ҡатыны, ул һәм ҡыҙы, коллегалары килгәйне. Алыҫ һәм ауыр юлға сыҡһа ла, хеҙмәттәшебеҙ үҙен тыныс, ғорур тота.

– Бер ниндәй ҡурҡыу хисе юҡ. Хәлдең етди булғанын аңлайбыҙ. Саҡырыу ҡағыҙын алғас, медицина тикшереүен үттем, хеҙмәткә яраҡлығымды аңланым. Юлға сығыу көнөн әйттеләр. Был хәлде тыныс ҡабул иттем, алға ышаныс менән ҡарайым. Мин хәрби хеҙмәттә булған кеше, бына тағы Тыуған ил: “Һин кәрәк!” – тине, – тип һөйләне Артур Тапаҡов.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас