Геройҙар дәүере
29 Сентябрь 2022, 09:00

Уҡыусылар һалдаттарға хат яҙҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яңы видеояҙма менән уртаҡлашты

Уҡыусылар һалдаттарға хат яҙҙыУҡыусылар һалдаттарға хат яҙҙы
Уҡыусылар һалдаттарға хат яҙҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яңы видеояҙма менән уртаҡлашты.

Кисә Өфө ҡалаһының 130-сы мәктәбендә “Һалдатҡа хат” акцияһы үтте. Башланғыс класс уҡыусылары өлөшләтә мобилизацияға эләккән ир-егеттәргә һүрәттәр эшләп ебәрҙе, ә 7-11-се класс уҡыусылары хат яҙҙы. Бөтәһе 192 хат һәм 183 һүрәт ебәрелгән. Ихлас күңелдән яҙылған хаттар, балаларҙың изге теләктәре һынландырылған рәсемдәр мобилизацияланған һадаттарға яҡшы кәйеф, рух күтәренкеге өҫтәр, тип ышанабыҙ.

Балаларҙың “Беҙ һиңә ышанабыҙ! Еңеү яулап ҡайт!” тигән матур теләктәре тиҙерәк томошҡа ашһын!

 

Фото: vk.com/wall-198187320_842

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас