

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Өфөлә “Йортобоҙға рәхим итегеҙ” тип аталған патриотик митинг-концерт булды. Ул референдум йомғаҡтары буйынса Рәсәй составына ДХР, ЛХР, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең инеүенә арнала. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был сарала 20 мең самаһы кеше ҡатнашты.
23-27 сентябрҙә Луганск Халыҡ Республикаһы, Донецк Халыҡ Республикаһы, Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә референдумдар үтте. Һөҙөмтә билдәле: Рәсәй составына инеү өсөн ЛХР – 98,42, ДХР – 99,23, Херсон өлкәһе – 87,05, Запорожье өлкәһе 93,11 процент тауыш бирҙе.
Башҡортостан халҡы был мөһим ваҡиғаға шат булыуын, яңы ватандаштарыбыҙҙы ихлас ҡаршы алыуын белдерҙе.
– Илебеҙ Президентының ҡарарҙарын хуплайбыҙ, уға тулыһынса ышанабыҙ. Был төбәктәрҙә йәшәгән кешеләрҙең тормошо яҡшырыр, унда ҡан ҡойош бөтөр тип ышанам. Үҙем 1985 йылдан алып Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә эшләйем. Бөгөн бында хеҙмәттәштәрем менән бергә килдек, әле заводтың профсоюзы ойошмаһындамын, – тине Резида Латипова.
Икенсе яҡта Башҡортостан дәүләт медицина университеты студенттарынан бер төркөмдө тап иттек. Улар ҙа теләктәшлек белдерергә килгән.
– Бөгөн ул яҡ төбәктәргә һалдаттар ғына түгел, табиптар ҙа китә. Башҡортостандың медицина белгестәре тәүгеләрҙән булып Донбасс республикаларына барып урындағыларға ярҙам күрһәтте, бик күп операциялар яһаны. Улар – ысын батырҙар. Әгәр өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡыра ҡалһалар, беҙ ҙә барырға, ярҙам итергә әҙербеҙ, – тине Айҙар исемле студент егет.
Ә был ваҡытта сәхнәлә митинг-концерт башланды. Бергәләшеп Рәсәй гимны башҡарылды. Республикабыҙҙың билдәле артистары йырланы. Шулай уҡ сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, доброволецтар сәхнәгә сығып үҙ ҡарашын белдерҙе.
Йәштәр исеменән М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филологияһы факультетының икенсе курс студенты, “Йәштәр сәйәсәте лигаһы”ның проект хеҙмәте начальнигы Азат Айытбаев сығыш яһаны.
– Беҙ махсус хәрби операция биләмәһенә мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә, туғандарына, яҡындарына ярҙам итәсәкбеҙ. Бөгөн бында булыуым һәм йәштәргә мөрәжәғәт итә алыуыма шатмын. Һәр ваҡыт Ватаныбыҙға хеҙмәт итәсәкбеҙ. Йәштәр бер ҡасан да ситтә ҡалмаясаҡ, – тине егет.
Үҙ фекере менән Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, фехтование буйынса олимпия резервы мәктәбе директоры Лира Грушина ла уртаҡлашты.
– Күп йылдар спортта булыу, ярыштарҙа ҡатнашыу осоронда был төбәктәр спортсылары һәм тренерҙары менән күрешеп тора инек. Улар һәр саҡ: “Беҙ – рустар!” тине. Был кешеләрҙең ихтыяр көсөн бер кем дә һындыра алманы. НАТО ла, бандеровщина ла. Улар ысынлап та көслөләр, афарин! Оҙаҡламай тыныслыҡ етер тип ышанабыҙ. Һеҙҙе көтәбеҙ, ҡыуанып ҡаршы алабыҙ. Беҙ һеҙҙең менән, – тине ул.
Хәрби хәрәкәттәр ветераны, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры, республиканың атҡаҙанған юрисы Виктор Гурьев бөгөн үҙҙәренең хәрби бурысын үтәгән ир-ат менән ғорурланыуын белдерҙе.
– Мин үҙем Афған яуын үттем, иптәштәремде юғалттым, яраландым. Бөгөн Юғары команддующий ҡуйған бурыстарҙы үтәгән ир-егеттәр менән ғорурланам. Беҙҙең ата-бабалар фашизмды еңеп сыҡҡан һәм әгәр туғандаш Украинала йәнә нацизм баш күтәрһә, улар беҙҙе ғәфү итмәҫ. Көнбайыш нисек кенә янамаһын, санкциялары менән бер ни ҙә эшләй алмаясаҡтар. Рәсәй – бөйөк, ҡеүәтле ил. Хәҡиҡәт беҙҙең менән, – тине ул.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.